Хәүефһеҙлек
29 Май , 00:35

Урмансыларға яңы махсус техника

Урман янғындарына ҡаршы көрәште көсәйтеү маҡсатында республиканың Урман хужалығы министрлығы яңы махсус техника һатып алған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Урмансыларға яңы махсус техникаУрмансыларға яңы махсус техника
Урмансыларға яңы махсус техника

Ил Президенты Владимир Путин указы нигеҙендә ғәмәлгә ашырылыусы «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә министрлыҡтың автопаркы ете яңы техника менән тулыланды. Улар араһында УАЗ базаһында тулы приводлы урман патруль комплексы һәм ике «Газель NEXT» автобусы бар.

Махсус транспорт һатып алыуға федераль бюджеттан 17,4 миллион һум бүленгән. Яңы техникалар шәхси составты, янғын һүндереү йыһаздарын һәм һәр инвентарҙы ҡатмарлы рельефлы һәм юлһыҙ урындарға тиҙ алып барып еткереү өсөн тәғәйенләнгән.

—2019 йылдан урман янғындарына ҡаршы техника, ҡорамал һәм инвентарь һатып алынды. Һөҙөмтәлә республикалағы урман янғындарына ҡаршы хеҙмәттәрҙең ихтыяжын тулыһынса ҡаплай алдыҡ, — тине Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Министр әйтееүенсә, техника менән тәьмин ителеш 86,5 проценттан 100 проценҡа еткән  .

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас