+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ноябрь 2016, 13:20

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла…

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, Ҡазан федераль университеты Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәре буйынса беренсе Бөтә Рәсәй олимпиадаһын үткәрҙе.

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, Ҡазан федераль университеты Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәре буйынса беренсе Бөтә Рәсәй олимпиадаһын үткәрҙе. Асҡар ҡыҙы — Т. Кусимов исемендәге гимназияның сығарылыш класы уҡыусыһы Әдилә Әбүшахманова етди һынауҙың төбәк турында еңеп, финалға үтте һәм Мәскәүҙән алтын миҙал менән ҡайтты. Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәрен һәм рус телен һаҡлау һәм үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған олимпиада мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында уҙҙы. Төбәктәрҙә уҙған һайлап алыу этабында 6 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Финалға бөтәһе 17 субъекттан 10-11-се кластарҙан 138 уҡыусы һәм студент үтә. — Адыгей, Инғуш, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡалмыҡ, Ҡарасәй-Черкес, Карелия, Коми, Ҡырым, Марий Эл, Мордовия, Саха (Яҡут), Татарстан, Тыва, Удмурт, Хаҡас, Сыуаш республикаларынан телһөйәр тиҫтерҙәребеҙ менән бер ҡатарҙан беҙ ҙә, Башҡортостандан ун кеше — ете уҡыусы һәм БДУ менән БДПУ-ла белем алыусы өс студент, туған телебеҙҙең шағир әйткәнсә, көслө, бай һәм яғымлы булыуын, бер телдән дә кәм түгеллеген раҫларға тырыштыҡ, – тип һөйләй олимпиада еңеүсеһе. Тырышлыҡ ҡынамы, ныҡышмалылыҡ, әсә теле буйынса тәрән белемгә эйәлек һәм сәмлелек тә хас Әдиләгә. Финалсы икәнен белгәс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытыусыһы А. Р. Муллахмәтова менән уҡыуҙан тыш бөтә ваҡытты әҙерлеккә бағышлайҙар. Финал туры ике көн дауам итә. Федерация Советында үткән сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Фән, мәғариф, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Зинаида Драгункина, РФ мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Вениамин Каганов, жюри рәйесе, А. С. Пушкин исемендәге Рус теле һәм әҙәбиәте дәүләт институтының ректор вазифаһын башҡарыусы Маргарита Русецкая сәләмләй. Икенсе көн олимпиадала ҡатнашыусылар А. С. Пушкин исемендәге Рус теле дәүләт институтында конкурс һынауҙарын үтә. — Төбәк этабында башҡорт теле буйынса белемде күрһәтеүгә өҫтөнлөк бирелһә (руссанан башҡортсаға һәм, киреһенсә, башҡортсанан руссаға тәржемә эшләнек, тест һорауҙарына яуап ҡайтарҙыҡ), финалда инде дәүләт теле статусына эйә туған телебеҙҙе бөйөк рус теле аша таныттыҡ. Тел тураһында рус телендә эссе яҙғандан һуң, тыуған республиканы сағылдырған презентациябыҙҙы яҡланыҡ. Башҡортостан тураһында видеороликты күрһәткәндә милли кейемебеҙҙә таҡмаҡ әйтеп, бейеп, ҡумыҙҙа уйнап, жюриға ҡымыҙ, буҙа, талҡан кеүек аш-һыуҙарыбыҙҙы тәҡдим итеп, республикабыҙ хаҡында мөмкин тиклем тулыраҡ һөйләргә тырыштым. Туған телдә һәм уның рус телендәге тәржемәһен яттан һөйләүгә Альбина Ринат ҡыҙы менән Мостай Кәримдең «Россиянмын» шиғырын әҙерләнек. Патриотизм, ғорурлыҡ тойғолары аша һуғарылған сығышым уңышлы булды, — тип олимпиада тәьҫораттары менән уртаҡлаша Ә. Әбүшахманова. Олимпиадаға йомғаҡ Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә яһалыуы осраҡлы түгел. А. С. Пушкин исемендәге дәүләт музейында олимпиаданы рәсми ябыу һәм еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһында Әбйәлил ҡыҙы иң юғары баһаға лайыҡ булһа, Башҡортостандан тағы дүрт уҡыусы көмөш миҙалдар менән билдәләнә. Еңеүсе булараҡ Әдиләгә илдең телһөйәр йәштәре алдында сығыш яһау хоҡуғы бирелә. — 1-се кластан тик «бишле»гә өлгәшеүсе, тырыш уҡыусыбыҙҙы Мәскәүгә оҙатып ҡалғанда уҡ еңеп ҡайтасағына шигебеҙ булманы. Беренсенән, ул үҙенең ныҡышлығы менән алдырһа, икенсенән, остазынан уңыуын билдәләп китке килә. Тәжрибәле уҡытыусы А. Р. Муллахмәтованың иңдәре артында бихисап еңеүле олимпиада һәм фәнни-ғәмәли конференциялар ята. Был һынауға ла улар баш баҫып етди әҙерләнде, — тип һөйләй гимназия директоры Н. З. Әхтәмова. Мәскәү һынлы Мәскәүҙе яулауҙа Әдилә күп изгелекле кешеләрҙең ярҙамын тоя. Финанс яҡтан бағыусылыҡ иткән В. Ә. Зәйнуллин йөҙөндә район мәғариф бүлегенә, Т. Кусимов исемендәге гимназия администрацияһына, директор Н. З. Әхтәмоваға, милли костюм менән тәьмин иткән район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе И. Ә. Мусинға, сығышын әҙерләүҙә ярҙам иткән Р. И. Солтанбаевҡа һәм иң ҙур рухи терәктәре булған ата-әсәһенә, олатай-өләсәһенә һәм уҡытыусыһы Альбина Ринат ҡыҙына рәхмәтле ул. Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадала ҡатнашыу һәм уның еңеүсеһе булыу Әдилә Әбүшахманованың тормошҡа ҡарашын үҙгәртмәй ҡалмаған. Быға тиклем артабан мотлаҡ теүәл фәндәр буйынса уҡыуын дауам итергә уйлаған ҡыҙ әле ҙур һайлау алдында. Олимпиаданың көслө тәьҫире, күңел кисерештәре, бәлки, филология юлынан китергә әйҙәр. Был юлда уға, олимпиада еңеүсеһе булараҡ, илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары ишектәрен аса. Хәйер, ниндәй генә юлды һайламаһын, тырыш ҡыҙ уңыш ҡаҙанмай ҡалмаҫ, моғайын.

Читайте нас: