— Мәғарифтағы яңыса белем биреү стандарттары «электрон мәктәп – көн талабы» тип нарыҡлаһа ла, заман елдәре ябай ауыл мәктәбенә ыңғай иҫмәй әле — мәктәпкә бирелгән берҙән-бер интерактив таҡта талапты үтәмәй, һәр уҡытыусы уны дәресендә файҙалана алмай. Уның ҡарауы, бөтә балаларҙың да ҡулында мобиль телефон бар һәм уҡыусылар интернет даръяһында иркен «йөҙә». Дәрестәремде электронлаштырыу маҡсатында үҙ методикамды уйлап таптым, уҡыуға ҡамасау булған кеҫә телефондарын музыка дәресендә кәрәкле әсбап итеп файҙаланабыҙ, яңыса алым уҡыусыларҙы ла ҡыҙыҡтыра, — ти «Йыл уҡытыусыһы – 2016» район бәйгеһе еңеүсеһе Ташбулат урта мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Л. С. Солтанова (һүрәттә).
Педагогтар араһындағы һөнәри бәйге йыл да ойошторолоп килә. Быйыл да үҙ-үҙҙәренә ышанған, дәртле, тәжрибәле һәм туҡтауһыҙ эҙләнеү юлында булған уҡытыусылар һөнәри ярышта көс һынашты. Октябрҙә бәйгенең мәктәп этаптары уҙғас, 21 уҡытыусы район турына үтеп, төрлө мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр күрһәтте, үҙҙәрен күп яҡлы белемгә эйә, үткер, ижади ҡарашлы остаз итеп танытты. Был һынауҙы уңышлы үткәндәр «түңәрәк өҫтәл» артында мәғарифты үҫтереү, белем биреүҙә инновацион алымдар, уҡытыу-тәрбиә эшен камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты, белем һәм фекер йөрөтөү тәрәнлеген, тел байлығын күрһәтте. Һәм «иң-иңдәр» — математика уҡытыусыһы Әлфиә Борисова (Йәнгел мәктәбе), инглиз теле уҡытыусылары Дилбәр Ҡаһар-манова (Әбделмәмбәт), Ләйсән Исрафилова (1-се Асҡар), музыка уҡытыусылары Резеда Шөғүрова (Т. Кусимов исемендәге гимназия), Лилиә Солтанова (Ташбулат) финалға сыҡты.
Финал үҙ эсенә мастер-класс күрһәтеүҙе алды. Уҡытыусылар район мәғариф бүлеге начальнигы В. Ә. Зәйнуллин етәкселегендәге жюри һәм тамаша ҡылыусы көйәрмән коллегалары алдында сығыш яһаны.
Мәктәпкә кеҫә телефоны алып йөрөү тыйылһа ла, уҡыусылар барыбер үҙҙәренекен итә. Уҡыу процесында телефонды ла маҡсатҡа ярашлы файҙаланырға мөмкин, тине беренсе һан аҫтында сығыш яһаусы Л. С. Солтанова. Һәм быны үҙенә бирелгән 15 минутлыҡ «дәрестә» аҡланы. Лилиә Сәлим ҡыҙы үҙенең инновацион проектын дәрестә файҙаланыуы хаҡында һөйләне. Халыҡ көйҙәрен үткәндә уҡыусыларға өйгә эш итеп диктофонға ололарҙан йыр һәм уның тарихын яҙҙыртып килергә ҡушһынмы, аҙаҡ уны бөтә класс менән дәрестә тыңлаһындармы, йәиһә яңы йыр өйрәнгәндә уның һүҙҙәрен дәфтәргә күсереп тормайынса телефондың фотоаппаратына төшөрөп алһындармы, һәр уҡыусы ҡулында булған смартфондарҙың «Рlay Маркет» функцияһы аша бирелгән ноталар буйынса пианинола көй сығарһындармы… Ҡыҙыҡтырҙы, мауыҡтырҙы бәйгесе, тамаша ҡылыусы аудитория телефондарын алып, интерактив таҡтала күрһәтелгән алгоритмдар ярҙамында кәрәкле функцияға инеп, ноталарҙан көй сығарҙы, диктофон менән өйгә эш башҡарҙы, фотокүсермә яһарға өлгөрөүселәр был дәрестә өйрәнелгән яңы йырҙы башҡарҙы.
Резеда Шөғүрова үҙенең дәресендә музыка терапияһы тураһында һөйләне. «Мәктәп дисциплиналары араһында музыка дәресенең әһәмиәте ҙур. Уҡыусыларҙың йыр-моңға һәләтен үҫтереүҙе генә маҡсат итеп ҡуймайбыҙ. Уҡыу программалары ҡатмарлашҡан һайын уҡыусыларға көсөргәнеш арта. Музыка дәресен ана шул талсығыуҙан арындырыу, балаларҙың рухын үҫтереү, күңелдәрен дауалау, дәртләндереү, ял иттереү дәресе итеп ҡорорға була», — тине Резеда Айрат ҡыҙы һәм үҙенең төп ҡоралы булған музыка аша залды ял да иттерҙе, дәртләндереп, кәйефте күтәреүгә лә өлгәште.
Күпселектә инглизсә хатта икмәк-тоҙлоҡ та белмәгән икенсе фән уҡытыусыларын сит тел буйынса дәрескә йәлеп итеү еңел түгел. Ә бына Дилбәр Ҡаһарманова аудиторияны инглизсә һөйләштерә алды. Уҡый белмәһәк тә, магазин кәштәләрендәге инглизсә яҙыулы аҙыҡ-түлек, көнкүреш химияһы, хужалыҡ тауарҙарының исемен реклама аша отоп бөткәнбеҙ. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ят телдә тап-таҙа акцентһыҙ һөйләшәбеҙ икән. Дилбәр Таһир ҡыҙы менән бергә, киреһенсә, телмәребеҙҙә нығынған инглиз һүҙҙәренең рус теленә тәржемәһен табырға тура килде.
Ләйсән Исрафилова башланғыс класс уҡыусыларының инглизсә телмәрен һәм яҙыуын үҫтереү темаһына сығыш яһаны. Башланғыс кластарҙа сит телде алып барыусы уҡытыусы иңенә ҙур яуаплылыҡ ята. Ул уҡыусыларҙы сит телдә һөйләшергә, хәреф танырға, уҡырға өйрәтеүсе. Уҡыусының аҙаҡ сит телгә ылығыу-ылыҡмауы остазына бәйле. Ләйсән Сәлимйән ҡыҙы тәжрибәһендә уңышлы файҙаланған технологиялар менән бүлеште.
Әлфиә Борисова һәммәһен дә математика фәненә ылыҡтырыр һәләткә эйә мөғәлимә. Һандар ҙа үҙенә буйһона, күрәһең, ҡыҙыҡлы фокус-мәсьәләләр барыһына ла оҡшаны. Ҡатмарлы математик ғәмәлдәр аша ул залдағыларҙың тыуған көндәрен билдәләй алды, фәндәге ҡайһы бер хәйләләрҙең серен систе. Әлфиә Буранбай ҡыҙы күрһәткән мастер-класс бөтә аудиторияны гөж килтерә алыуы менән отошло булды.
Жюри йомғаҡ яһағансы әле генә дәрес күрһәтеүсе етди уҡытыусылар сәхнә биҙәгенә әүерелде. Еңеүсене иғлан итерҙән алда мәғариф бүлеге етәксеһе В. Ә. Зәйнуллин быйылғы бәйгенең үҙенсәлектәренә туҡталды. Башҡа фәндәр буйынса остаздарҙы конкурста бигерәк тә әүҙем ҡатнашҡан инглиз теле уҡытыусыларынан (тиҫтәнән ашыу) үрнәк алырға саҡырҙы, ир-егеттәрҙең бөтөнләй булмауына шелтә яһаны. Әйтергә кәрәк, быйылдан башлап финалсыларҙы ҡиммәтле бүләктәр менән наградлауҙан тыш, бөтә бәйгеселәргә лә матди дәртләндереү сараһы ҡаралыуын да билдәләне бүлек етәксеһе.
Шулай итеп, гран-приға Л. С. Солтанова лайыҡ булды, Д. Т. Ҡаһарманова «Һүҙ оҫтаһы», Ә. Б. Борисова «Теүәл фәндең ауырлыҡтары аша йондоҙҙар бейеклегенә», Р. А. Шөғүрова «Дәрес —йәйғорҙың ете нотаһы», Л. С. Исрафилова «Дәрес — оҫталыҡ» номинацияларында билдәләнде.
Бер уңайҙан йәш уҡытыусыларҙың «Өмөт» конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Еңеүсе тип 1-се Асҡар урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы А. Р. Ласынова табылды. Т. Кусимов исемендәге гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Л. Н. Ғәйзуллина — икенсе, Ташбулат урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы В. З. Әхмәтова өсөнсө урында билдәләнде.