+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Февраль 2018, 11:18

Ҡыҙыҡлы осрашыу

Асҡар ауылының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ошо көндәрҙә «Юрға» ат-спорт мәктәбендә ҡунаҡта булды.

Асҡар ауылының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ошо көндәрҙә «Юрға» ат-спорт мәктәбендә ҡунаҡта булды.

Бәләкәстәрҙе аттар менән таныштырыу, башҡорттарҙың борондан килгән шөғөлө йылҡысылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы маҡсат итеп ҡуйған осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы үтте. Малай-ҡыҙҙарҙы ҡапҡа төбөндә үк ҡаршы алып, ат-спорт мәктәбе директоры Б. Ш. Дәүләтшин учреждениеның төҙөлөү тарихы, уның районда берәү генә булыуы һәм бында балалар башҡорт тоҡомло аттарҙа шөғөлләнеүе хаҡында һөйләп үтте. Көн һы-уыҡ булыуға ҡарамаҫтан, бәләкәйҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу көслө ине һәм улар Басир Шәриф улының һөйләгәнен иғтибар менән тыңланы.

Артабан кескәй ҡунаҡтар ат ҡураһына инеп, уларҙы аҫрау шарттары, көн тәртибе менән танышты, эйәр, йүгән, теҙген, ҡамыт кеүек сбруй кәрәк-яраҡтары буйынса белемен тик-шерҙе.

«Юрға»ға килеүселәр өсөн иң ҡыҙығы әлбиттә, ысын аттар-ҙы күреү, мөмкин булһа һыйпап ҡарау ине. Бындай мөмкинлек бирелде уларға, сөнки «Юрға»ла бына бер нисә йыл инде йәтеш кенә малҡай — пони бар. Пончик ҡушаматлы бәләкәс атты күреү менән балалар зыу килде, һәр кем уны тотоп, ялынан һыйпап ҡарарға тырышты. Пончик та бындай иғтибарға «ҡуй» тимәй, тыныс ҡына улар-ҙы күҙәтте. Әйткәндәй, Пончик яңыраҡ әсәй булған икән: хәҙер уның Мустанг ҡушаматлы ҡолоно ла бар! Был күренештәр балаларҙа ифрат ҙур шатлыҡ тыуҙырҙы, улар кемуҙарҙан үҙҙәре күргән ваҡиғалар тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыҡты. Ҡышҡы манежды күрһәткәндән һуң бәләкәстәргә санаға егелгән «тройка»ға һәм пониға ултырып йөрөү бәхете тәтене. Фәһемле экскурсиянан һуң күптәрҙә «Юрға»ла шөғөлләнеү, һыбай йөрөргә өйрәнеү теләге уянғандыр, моғайын.

Читайте нас: