Һүҙем туған телем, милләтем тип янған, әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусы Гөлнара Әйүпова тураһында.
Гөлнара Рафаэль ҡыҙы Амангилде ауылында бик хөрмәтле ғаиләлә тыуған. Атаһы Рафаэль ағай бала сағынан колхозда хеҙмәт юлын башлаған, һуңынан ситтән тороп инженер-механик һөнәренә эйә булып, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем тыуған ауылының үҫеше өсөн күп көс һалған кеше. Ауылдаштары уның тураһында тик яҡшы хәтирәләр генә һаҡлай. Әсәһе уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе Сәриә Вара ҡыҙы 40 йылға яҡын Амангилде мәктәбендә немец теленән уҡытты, хеҙмәт дәрестәрен алып барҙы. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән тигәндәй, Әйүповтарҙың улдары Винер атаһының һөнәрен үҙ итте, ә ҡыҙҙары Гөлнара үҙенең тормошон уҡытыусы һөнәренә бәйләне.
Бәләкәйҙән сослоғо һәм зирәклеге менән айырылып торған Гөлнара Амангилделә 8 йыл уҡығас, белем алыуын Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында дауам итә. Уны уңышлы тамамлағас, баласаҡ хыялын тормошҡа ашырып, БДУ-ның Сибай институтында уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә.
Дипломлы белгес хеҙмәт юлын 1996 йылда Үтәгән мәктәбендә башланы. Шул осорҙа беҙгә бер коллективта эшләргә насип булды. Һәр саҡ зауыҡ менән кейенгән мөләйем, алсаҡ, һылыу ҡыҙҙы уҡыусылары ла, коллегалары ла, ауыл халҡы ла яратып ҡабул итте. Үтәгәндә бер йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ул үҙен тәрән белемле, эҙләнеүсән, талапсан уҡытыусы, яуаплы хеҙмәткәр итеп танытып өлгөрҙө.
Йәнгел мәктәбендә эшләгән осоронда «Йыл уҡытыусыһы» район конкурсында еңеү яулап, республика күләмендәге бәйгенең финалына сығыуы Гөлнара Рафаэль ҡыҙының маҡсатҡа ынтылышлы һөнәр эйәһе икәнен тағы бер ҡабат иҫбатланы.
Әлеге көндә Гөлнара Рафаэль ҡыҙы Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейында уҡыта. Юғары категориялы остаз иле, теле, халҡы яҙмышы өсөн яуаплы булыуын яҡшы аңлай. Ҡала мәктәбендә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп бурысы — балаларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү. Кеше туған телендә һөйләшеп үҫһә, теле ни тиклем бай булһа, уның күңеле лә шулай гүзәл тәрбиәләнә, фекере киң, зиһене тәрән, яҡты, аңлы була, ти ул.
Г. Р. Әйүпова уҡыусыларына төплө белем биреп кенә ҡалмай, квалификацияны үҫтереү курстарында һөнәрҙәштәренә мастер-кластар күрһәтә, эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша, лицейҙағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ижади лабораторийына етәкселек итә. Уның уҡыусылары йыл һайын ҡала һәм республика олимпиадаларында призлы урындарҙы яулай. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеһендә 2015 йылда Гөлнара Рафаэль ҡыҙының уҡыусыһы еңеүсе тип табылды.
Йәмәғәт эштәренең дә уртаһында ҡайнай ул. Һайлау комиссияһы ағзаһы булып тора, ҡалала үткән конкурс-концерттарҙан ситтә ҡалмай.
Уның уңыштары, тырыш хеҙмәте лицей етәкселеге, Сибай ҡалаһының мәғариф бүлеге һәм ҡоролтай тарафынан лайыҡлы баһаланып килә. Был турала Гөлнара Рафаэль ҡыҙына бирелгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ грамоталар һәм дипломдар, рәхмәт хаттары һөйләй. Бынан тыш ул «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Гөлнара Рафаэль ҡыҙы менән аралашҡанда уның мәғлүмәтле, киң белем даирәһенә эйә, бөтә яҡтан да үҫешкән шәхес булыуына инанаһың. Ҡул эштәренә маһирлыҡ та, аш-һыу серҙәрен яҡшы белеү ҙә, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу оҫталығы ла бар унда.
Тормош булғас төрлө хәлдәр була. Гөлнараға ла яҙмыштың ауыр һынауҙар ҡуйған мәлдәре булды. Шөкөр, һынманы, һынауҙарҙы лайыҡлы үтә алды. Аралашҡаныбыҙға күп йылдар, ләкин мин уның бер тапҡыр ҙа тормошҡа зарланғанын хәтерләмәйем. Киреһенсә, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған әсәһенә ныҡлы терәк, дуҫ-иштәренә, туғандарына ярҙамсы кәңәшсе булып йәшәй. Һәр саҡ алға, маҡсатына табан ышаныслы атлаған сая ла, үткер ҙә, дәртле лә әхирәтемә тик уңыштар ғына теләйем.