Район хакимиәтенең ултырыштар залы ғәҙәттәгесә етди ҡиәфәттәге етәкселәр менән түгел, ә ап-аҡ алъяпҡыслы ҡупшы формалар кейгән ҡыҙҙар, матур костюмдарҙағы егеттәр менән тулы ине. Яҡшы өлгәшкән, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыу алдынғылары отличниктар слетына йыйылды.
2001 йылдан алып беҙҙең районда отличниктар, олимпиада һәм конкурстар еңеүселәре өсөн стипендия булдырылып, һәләтле уҡыусыларҙы тәбрикләү традицияға әүерелде. Тантанала уҡыу алдынғыларын район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов ҡотланы.
— Бында бөгөн иң лайыҡлылар — тырышып белем алған, район, республика олимпиадалары еңеүселәре булған егет-ҡыҙҙар йыйылған. Тап һеҙ — райондың киләсәге. Бер нисә йылдан ошо залда ултырыусылар кәрәкле һөнәрҙәр алып, эшкә ҡайтыр һәм район мәнфәғәтендә хеҙмәт итер. Һеҙҙең арала буласаҡ уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар, район етәкселәре, ғалимдар бар, — тине Рим Һатыбал улы. — Бөтә донъя заманса технологияларға ҡоролған, хәҙер элеккесә, иҫке ҡалыптар буйынса эшләп булмаясаҡ. Шуға йәштәр яңыса фекер йөрөтөргә, белемле булырға тейеш. Үҙегеҙҙең, уҡытыусыларығыҙҙың һәм ата-әсәләрегеҙҙең тырышлығы бушҡа китмәһен, һайлаған юлығыҙҙан тайпылмай, маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу юл ярығыҙ.
Район хакимиәте башлығының исемле стипендияларына лайыҡ булыусылар араһында район, республика олимпиадалары еңеүселәре, фәнни эштәрен уңышлы яҡлаусылар, ижади бәйгеләрҙә, спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәүсе уҡыусылар бар. Класс, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, һәләттәрен үҫтереү өсөн төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән уҡыусыларға ҡарап, ҡайһы арала өлгөрәләрҙер тиһең? Р. Һ. Сыңғыҙов ҡулынан Красная Башкирия урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, инглиз теле, рус әҙәбиәте буйынса район һәм республика олимпиадалары призеры Арина Акщенцева, Т. Кусимов исемендәге гимназияның 11-се класс уҡыусыһы, экология, биология буйынса район олимпиадалары еңеүсеһе, әҙәбиәт буйынса район олимпиадаһы еңеүсеһе Альбина Әхтәмова, Ҡырҙас урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, башҡорт теле буйынса район олимпиадаһы еңеүсеһе, башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһы призеры Гөлшат Ғиниәтова, Хәмит урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, район һәм республика ижади бәйгеләре призеры һәм еңеүсеһе Анфиса Мөлөкова, Яңы Балапан урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы, башҡорт теле буйынса район олимпиадаһы призеры, мини-футбол буйынса район ярыштары еңеүсеһе Айгөл Солтанова, Буранғол урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, район ижади бәйгеләр еңеүсеһе Миләүшә Солтанова — бөтәһе 11 уҡыусы хакимиәт стипендияһын алды. Тағы 22 уҡыу алдынғыһына һәм республика олимпиадаларында призлы урын яулаған 12 уҡыусыға район хакимиәте башлығы премияһы тапшырылды.
Бүләкләнеүселәрҙе район мәғариф бүлеге начальнигы В. Ә. Зәйнуллин тәбрикләп, уҡыусыларға киләсәктә лә уңыш-ҡаҙаныштар теләне, уҡытыусыларға яҡшы белем һәм ата-әсәләргә лайыҡлы тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Стипендиаттар, премия алыусылар исеменән Анфиса Мөлөкова, ата-әсәләрҙән Гөлнара Килмөхәмәтова балаларға уҡыу, төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырғаны, ҙур иғтибар күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Тантана йыр-моң бәйгеләре еңеүселәренең концерт номерҙары менән тамамланды.