Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2018, 12:17

«Беҙ әҙер оло юлға!»

— ти Әбделмәмбәт урта мәктәбен тамамлаусы етегәндәй ете һылыу – ете ҡыҙ.

Ете уҡыусынан торған бәләкәй генә класс булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар мәктәп тормошонда ла, район күләмендә үткәрелгән сараларҙа ла бик әүҙем ҡатнаша. Белем усағында уҙған бөтә ярыштарҙа ла беренсе урынды ҡулдан ысҡындырмайҙар. Сөнки улар бәләкәйҙән үҙ аллы, берҙәм булыуҙары менән айырылып тора, үҙ-ара кәңәшләшеп, бергә эшләргә яраталар.

Азалия Сафина – уҡыу алдынғыһы, мәктәп президенты, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһы еңеүсеһе булараҡ республика олимпиадаһында ла ҡатнашҡан. Алһыу Моратшина еңел атлетика буйынса район призеры, ГТО-ның көмөш миҙалына лайыҡ булған, волейбол буйынса район йыйылма командаһы уйынсыһы. Нурзилә Дауытова, Гөлфинә Ҡолмөхәмәтова, Нәркизә Насирова башланғыс кластар-ҙан алып тик «4» һәм «5» билдәләренә генә өлгәшәләр. Гөлминаз Ғүмәрова менән Гөлназ Ғафарова мәктәптә үткәрелгән бөтә сараларҙа ла иң әүҙем ҡатнашыусылар.

Һәр уҡыу йылында Әбделмәмбәт мәктәбендә кластар араһында төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнә. Әлеге ун беренселәр ике йыл рәттән «Йыл класы» номинацияһына лайыҡ булған, шулай уҡ «Иң әүҙем класс», «Спорт һөйөүсе класс» булараҡ еңеп сыҡҡан. Класс менән район волейбол ярыштарында икенсе урын яулағандар. «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы, Йәш техниктар станцияһы ойошторған сараларҙа ла әүҙем ҡатнашҡандар. Уларҙа Гөлминаз Ғүмәрова, Гөлфинә Ҡолмөхәмәтова, Алһыу Моратшина, Азалия Сафина призлы урындар яулаған.

Алтынсы кластан алып бөгөнгә тиклем ун беренселәрҙең терәк-таянысы, әйҙәүсеһе булып класс етәксеһе Дилбәр Вәзир ҡыҙы Мусина эшләй. Йәш уҡы-тыусы район күләмендә үткәрелгән «Самый-самый классный – 2014» класс етәкселәре ярышында «Педагогик өмөт» номинацияһына лайыҡ булған.

Бөгөн ҡыҙҙар ғүмер китабының мәктәп йылдары тигән шаулы, ваҡиға-ларға бай һәм иң мөһиме белем эстәгән онотолмаҫ сағыу бер битен ябып, күңелле, ғәмһеҙ баласаҡтары менән хушлашып, оло тормош юлына аяҡ баҫа. Алда торған берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йорттарының ишектәрен асырға яҙһын уларға. Аҡ юл, уңыштар һеҙгә!
Читайте нас в