+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Июль 2018, 12:01

Бикҡолдарға — балалар баҡсаһы

Балалар баҡсаһы асыуҙы һорай торғас, бикҡолдар, ниһайәт, мораҙына иреште, тип ауыҙ тултырып әйтергә була хәҙер. Бөгөн урындағы башланғыс мәктәптең бер ҡанаты 25 балаға иҫәпләнгән мәктәпкәсә төркөм итеп ҡулайлаштырыла.

Ремонт район бюджетынан финанслана. Был маҡсатта 1 миллион 288 мең һум аҡса бүленгән. Подряд эштәрен «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ЯСЙ-һы башҡара. Эш күләме ҙур ғына. Баҡса төркөмө бөтә уңайлыҡтар менән буласаҡ. Скважина ҡаҙып, бинаға һыу үткәргәндәр, канализация торбалары һалынған, йыуынты соҡоро эшләнгән. 15 евротәҙрә, янғын хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы өс тышҡы ишек ҡуйылған. Электрүткәргестәр тулыһынса яңыртылған. Бөгөн ҡыҙыу темпта эске ремонт бара. Бөтәһе ете кешенән торған бригада эшләй. Инеү, йыуыныу-бәҙрәф бүлмәләрендә, коридорҙа иҙәнде бетон иҙмәһе менән тигеҙләп, керамогранит түшәүгә әҙерләйҙәр. Төҙөлөш ойошмаһы директоры Ә. Ғ. Тутаев плиткасы Руслан Таһировтың, штукатур-маляр Шәүрә Мортазинаның һәм төҙөлөш материалдары менән өҙөклөктәрһеҙ тәьмин итеүсе водитель Рәшит Шәмсетдиновтың хеҙмәтен айырыуса маҡтап телгә алды.

— Сметала ҡаралған эш күләмен яртылаш башҡарҙыҡ. Стеналарҙы һылап буяу, уйын һәм йоҡо бүлмәләренә ламинат түшәү, түшәмде армстронг менән көпләү, йылылыҡ торбалары үткәреү, сантехника урынлаштырыу һәм ишектәр ҡуйыу ҡала, — ти Әҡсән Ғәли улы.

Төҙөүселәр объектты 2 авгусҡа тиклем тапшырырға ниәтләй. 1 сентябрҙә мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, ә баҡса төркөмөнә кескәйҙәрҙе лә ҡабул итәсәк.

Әйткәндәй, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проектынан бүленгән сараларҙың 100 мең һумы башланғыс мәктәптең һәм ошо уҡ бинала урынлашҡан фельдшер пунктының 12 тәҙрәһен замансаға алыштырыуға йүнәлтелгән.


Читайте нас: