Йыл башында мәғлүмәт төркөмдәре халыҡ менән осрашыуҙар ваҡытында урындарҙа күтәрелгән мәсьәләләр яҙып алынып, улар буйынса район хакимиәтендә уҙғарылған ултырыштарҙа һәр береһе ентекле тикшерелеп, уны хәл итеү юлдары билдәләнә. Йәлембәттәр быйыл башланғыс мәктәптә һыуыҡ булғанлыҡтан, уны тыштан көпләү зарурлығын күтәргәйне. Район хакимиәте ярҙамы менән бөгөн Йәлембәт мәктәбендә ремонт эштәре тулы көсөнә бара.
Был мәктәп район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары көсө менән 2011 йылда төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылғайны. Бина яңы булһа ла, ваҡыт үтә килә, бура ултырғас, бүрәнәләр араһынан ел үтә өрөп торған. «Быйыл ҡыш ата-әсәләр бүрәнә араларын тыштан төҙөлөш пенаһы менән тултырып сыҡҡас, бер аҙ йылынып ҡалды. Ләкин ул бит ваҡытлыса ғына. Беҙҙең мәсьәләгә битараф ҡалмаған район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә рәхмәтлебеҙ. Күреүегеҙсә, ремонт эштәре башланды», — тип ҡыуана йәлембәттәр.
Ремонт эштәрен бинаны төҙөгән тренерҙар тағы ла үҙ өҫтәренә алған. Йәйге ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан ДЮСШ директоры урынбаҫары Рамил Фәтхуллин етәкселегендә Хөрмәт Әхмәтов, Азамат Әхтәмов, Айбулат Ҡорбанғәлин һүҙҙең ысын мәғәнәһендә көндө төнгә ялғап эшләйҙәр.
— Һәр ҡайһыбыҙ үҙ ауылынан килгәнсе төш етер, эш тә оҙаҡҡа һуҙылыр ине. Шуға мәктәптә ятып эшләйбеҙ. Көнөнә дүрт тапҡыр беҙҙе тәмле аштары менән һыйлаған ата-әсәләргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Шарттар булғас, беҙгә тырышып эшләргә генә ҡала, — ти егеттәр.
Төҙөүселәр әйтеүенсә, тәҙрәләрҙең таяуҙарын яңыртҡандар. Яуым-төшөм ваҡытында эскә һыу ағып тормаһын өсөн кәрниздәрҙе лә үҙгәртеп ҡорғандар. Бинаны иң элек изовер менән йылытып, унан профлист менән көпләйҙәр. Профлистың төҫөн дә ҡыйыҡтың төҫөнә килешеп торорлоҡ итеп һайлағандар. Ҡарап тороуға бина бик матур килеп сыҡмаҡсы. Ремонт эштәрен ошо көндәрҙә тамамларға иҫәп тота ҡул эшенә оҫта тренерҙар.
Мәктәптә ағымдағы ремонт эштәре үткән дә инде: иҙәнгә лак һөртөлгән, стеналар, торбалар яңыртып буялған.
— Был эште әсәйҙәр менән бергәләп тиҙ арала атҡарып сыҡтыҡ. Ғөмүмән, уҡыусыларыбыҙҙың ата-әсәләре мәктәптең төп ярҙамсыһы һәм таянысы. Иртә яҙҙан атайҙар түтәлдәр ҡаҙып бирҙе. Ултыртылған йәшелсә-сәскәләрҙе балалар менән тәрбиәләйбеҙ. Әле Таштимер мәктәбенең 6-сы класында уҡыған ауылдаш ҡыҙ-малайҙар ярҙамға килде, — тип ҡыуана Г. З. Нөғәмәнова.
Гөлшат Зиннур ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл беренсе класҡа һигеҙ баланың килеүе көтөлә, дөйөм алғанда, башланғыс мәктәптә балалар һаны 30-ға етә. Уҡыусылар һаны арта барған мәктәптә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың яңы уҡыу йылын яңыртылған, йылытылған мәктәптә башлаясағы район етәкселеге тарафынан мәғариф учреждениелары хаҡында даими хәстәрлек күрелеүен иҫбатлай ҙа инде.