+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2018, 18:04

Мул уңышлы баҡса

Белем усаҡтарын яңы уҡыу йылына ҡабул итеү комиссияһы хеҙмәт сирегендә үҫтерелгән баҡсаларҙы ла ҡараны. Гусев урта мәктәбенең тәрбиәле, мул уңышлы мәктәп яны участкаһы иң юғары баһаларҙың береһенә лайыҡ булды.

Бында мәктәп яны участкаһына 2011 йылдан физкультура уҡытыусыһы В. А. Инжуватов етәкселек итә. Ике йыл элек уны хаҡлы ялға оҙатһалар ҙа, пенсионер уҡытыусы мәктәптә һаман да кәрәкле кеше һәм йыл әйләнәһенә алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итә. Газ ҡаҙанлығында оператор, мәктәп автобусында балаларҙы оҙатып йөрөүсе, рассадалар үҫтереүсе һәм баҡса мөдире — бына күпме бурыстарҙы үҙ иңендә тарта Виталий Алексеевич.

— Гусевта һауа торошо, ер баҡса үҫтереүгә ҡулай тип әйтеп булмай. Район үҙәге менән сағыштырғанда температура ҡайһы ваҡытта 10 градусҡаса айырма бирә. Даими ел, яуым-төшөмдөң әҙ булыуы, тупраҡтың әселеге арҡаһында халыҡ теләгәненсә мул уңыш ала алмай. Емеш ағастары ла ҡышҡыһын өшөп әрәм була. Тик был тәбиғәт ҡырыҫлыҡтары мәктәп яны баҡсаһына ҡағылмай. Сөнки беҙҙә баҡса үҫтереү оҫтаһы эшләй. Былтыр йәй уртаһында боҙборсаҡ һуҡҡандан һуң да баҡсаны тергеҙеп алды ул, — тип ғорурлана мәктәп директоры И. Ә. Бәхтийәров.

Йәшелсә баҡсаһы ун биш сутый самаһы ерҙе биләй. Йылдағыса кәбеҫтәнән һәйбәт уңыш алмаҡсылар. Бөтәһе 1200 төп ултыртҡандар. Бынан тыш 50 төп иртә өлгөрә торғаны һәм төҫлөһө үҫә. Һабағында ҡыҙарып бешеп ултырған суҡ помидорҙары ғына 240 төп.

— Балалар менән төрлө сорттарҙы һынап ҡарайбыҙ. Йылдағыса кәбеҫтәнең беҙҙең климатта яҡшы үҫкән «Московская поздняя», «Ридна», «Валентина» сорттарын сәстек, ә һынамаҡҡа «Великан» сортын ултыртып ҡараныҡ. Уңышы һәйбәт күренә, тимәк, киләһе йылдарҙа был сортҡа өҫтөнлөк бирергә була. Помидорҙың «Аляска», «Бетта» сорттары яҡшы, — тип яратҡан шөғөлө тураһында мауығып һөйләй участка мөдире.

Үлсәп ҡаҙылғандай бер иш кенә тигеҙ түтәлдәрҙә кишер, сөгөлдөр, ҡыяр, ҡабаҡ, һуған, йыуа, редис, йәшел тәмләткестәр ялбырап үҫә. Бер теплицаны ҡыяр, икенсеһен татлы борос биләй. Быйылғы уңыштан мәктәп ашханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡышҡылыҡҡа салат, борщ әҙерләгән. Ҡалғаны һатыуға сығарыла. Халыҡ мәктәп үҫтергән йәшелсәне яратып һатып ала. Сөнки бында бер тамсы ла химикат ҡулланылмай. Ә уңыш муллығының сере — баҡса үҫтереү тәртибен белеүҙә, органик ашламалар индереүҙә һәм яҡшы тәрбиәлә. Йыл һайын «Завет» АХК-һынан трактор менән 4-5 арба тиреҫ алып түгәләр. Бынан тыш йәй буйына тиҙәк әсетеп, көл һалып үҫентеләрҙе ашлап торалар. Һыу ҙа ҙур мискәлә ҡояшҡа йылынып ултыра.

— Һәр культураны үҫтереүҙең агротехник ҡағиҙәләрен күҙәтеү мотлаҡ. Баҡсала эшләүсе балаларға бына ошо һабаҡтарҙы бирергә тырышам. Киләсәктә тормош көткәндә былар-ҙың барыһының да кәрәге тейәсәк. Помидорҙы нисек ботарға, ашларға, ҡайһы үҫемлеккә күпме миҡдарҙа һыу ҡойорға кәрәклеген уҡыусылар һәйбәт белә, — тип һөйләй Виталий Алексеевич.

Гусев урта мәктәбендә 164 бала белем алһа, мәктәп яны баҡсаһында V – XI кластарҙан 53 уҡыусы эшләгән. График буйынса һәр уҡыусыға 12 көндән тура килә. Таҡһыр, Юлдаш ауылдарынан йөрөп уҡыусылар ҙа буш ятмай. Улар үҙҙәренең ауылдарындағы мәктәп баҡсаһын тәрбиәләй. Башланғыс класс уҡыусылары иһә көндөҙгө лагерға йәлеп ителгән. Мәктәп биләмәһендә сәскәләр ҙә күп. Уларҙы ла уҡыусылар үҙ көстәре менән үҫтерә.
Читайте нас: