+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Август 2018, 11:22

Был һөнәрҙәргә ихтыяж һәр саҡ бар

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында ауыл ерендә иң кәрәкле һөнәрҙәргә эйә булырға мөмкин. Ысынлап та, был уҡыу йортон тамамлаусылар бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмай. Егеттәр иретеп йәбештереүсе, тракторсы, автомеханик, ә ҡыҙҙар ашнаҡсы-кондитер, һатыусы, контролер-кассир һөнәрҙәренә уҡый ала.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында ауыл ерендә иң кәрәкле һөнәрҙәргә эйә булырға мөмкин. Ысынлап та, был уҡыу йортон тамамлаусылар бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмай. Егеттәр иретеп йәбештереүсе, тракторсы, автомеханик, ә ҡыҙҙар ашнаҡсы-кондитер, һатыусы, контролер-кассир һөнәрҙәренә уҡый ала.

— Бюджет бүлегендә уҡыусылар ятаҡ менән тәьмин ителә, өс тапҡыр ашатыу ойошторола. Яҡшы өлгәшкәндәр стипендия ала, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән булғандарға социаль стипендия түләнә, — ти уҡыу йорто директоры Салауат Зәйнуллин. — Бигерәк тә етемдәргә айырым иғтибар бүленә, улар тулыһынса дәүләт ҡарамағында: туҡланыу, стипендия, кейем-һалым, уҡыу кәрәк-яраҡтары бирелә.

Тракторсы-машинист булырға теләгәндәр 9 класс белем менән 2 йыл да 10 ай уҡыясаҡ, ашнаҡсы-кондитер — 3 йыл да 10 ай, иретеп йәбештереүсе, автомеханикка 2 йыл 10 ай уҡырға кәрәк. 11-се кластан һуң автомеханикка, һатыусыға һәм контролер-кассирға 10 ай уҡыйҙар. «В» категориялы водитель, иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсыға киске бүлектә уҡыу мөмкинлеге бар.

Быйылғы уҡыу йылының яңылығы — сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙән ашнаҡсы-кондитер төркөмө тупларға ниәтләйҙәр.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында белемле, тәжрибәле, үҙ эшенең оҫталары булған уҡытыусылар коллективы тупланған. Тап шуның өсөн был уҡыу йортон тамамлаусылар диплом алыу менән ауыл хужалығында йә бүтән производствола эшкә тотонорға әҙер. Һөнәрле йәш белгестәрҙе һәр урында ҡуш ҡуллап ҡаршылайҙар.

— Һәр курсант белем алыу осоронда беҙҙең иғтибар үҙәгендә, һөнәрле булыуҙан тыш, төрлө спорт секциялары, түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә мөмкин, — ти Салауат Таһир улы. — Егеттәр-ҡыҙҙарҙың буш ваҡыттары юҡ тиерлек, улар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы һәм тәрбиәүи саралар уҙғарылып тора.

Хеҙмәт баҙарында һәр саҡ талап ителгән кәрәкле һөнәрҙәргә эйә булғығыҙ килһә, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалына уҡырға рәхим итегеҙ!

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: