+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Сентябрь 2018, 11:34

Еҙ ҡыңғырау әйҙәй белем иленә...

Белем көнөнә арналған тантаналы линейка Таһир Кусимов исемендәге гимназияла шаулап-гөрләп уҙҙы. Мәктәп коллективын, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе гимназия директоры Р. Н. Әхмәтов тәбрикләне.

Белем көнөнә арналған тантаналы линейка Таһир Кусимов исемендәге гимназияла шаулап-гөрләп уҙҙы. Мәктәп коллективын, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе гимназия директоры Р. Н. Әхмәтов тәбрикләне.

— 1 сентябрь — уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн генә түгел, беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә иҫтәлекле көн, күңелдә иң яҡты тойғолар уятыусы матур байрам. Яңы уҡыу йылы сағыу ваҡиғаларға бай булһын, ижади бейеклектәр яуланһын. Барығыҙға ла яңы үрҙәр, уңыштар теләйем, — тине Рәмил Нурислам улы. — Быйылғы уҡыу йылында 151 бала беренсе класҡа килде, тәү тапҡыр парта артына ултырасаҡ ҡыҙҙар-малайҙарға мәктәп тормошо ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булыр тип ышанам.

Ап-аҡ банттар, алъяпҡыстар таҡҡан, аллы-гөллө сәскәләр тотҡан беренселәр тулҡынлана-тулҡынлана шиғыр һөйләне, флешмоб күрһәтте. Алты класҡа тупланған уҡыусылар гимназияның көслө, тәжрибәле педагогтары ҡулында уҡырға-яҙырға өйрәнәсәк. Ун беренсе кластар бәләкәй дуҫтарына китап-дәфтәрҙәр бүләк итте.

Гимназистарҙы яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан ҡотлау өсөн Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Д. И. Харрасов килгәйне. Дамир Иштимер улы уҡытыусыларға еңел булмаған эштәрендә уңыштар, түҙемлек, уҡыусыларға белемгә ынтылыш, ата-әсәләрен яҡшы билдәләр менән ҡыуандырыуҙарын теләне.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Л. М. Усманов та изге теләктәр еткерҙе. Гимназия уҡыусыларының уҡыуҙа ғына түгел, спортта ла еңеүҙәре күп булыуын билдәләп, Ласын Марат улы 20 пар спорт кейеме бүләк итте.

Тәүге ҡыңғырау биреү хоҡуғы 11-се класс уҡыусыһы Ғәзиз Вәлиев менән 1-се класс уҡыусыһы Риана Мамлееваға бирелде. Еҙ ҡыңғырау сыңы уҡыусыларға белем донъяһына, өр-яңы асыштарға әйҙәне.

Д. САФИУЛЛИНА.


* * *

Тәүге ҡыңғырау 1-се Асҡар урта мәктәбендә 1001 уҡыусыны белем донъяһына әйҙәне.

Бөтә мәктәп менән башҡарған Башҡортостан гимны яңы уҡыу йылына башланғыс бирҙе.

— Быйыл 1-се мәктәптә уҡыусылар һаны бер меңдән ашып китте. Бөгөн беҙгә алты 1-се класҡа 134 бала уҡырға килде. Һәммәгеҙгә лә яңы уҡыу йылында уңыштар, яҡшы билдәләр теләйем. Мәктәп юлы һәр уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булһын. Тырыштар маҡсаттарына өлгәшһен, таланттар һәләттәрен асһын, — тине Белем көнө айҡанлы тантананы асып директор М. Й. Ямалова.

Өр-яңы уҡыу йылы менән район Советы һәм хакимиәте исеменән район Советының ойоштороу бүлеге начальнигы Б. Ғ. Ғиниәтов тәбрикләне.

— Беҙ барыбыҙ ҙа ҙур тормошҡа мәктәп юлынан һуҡмаҡ алдыҡ. Бөгөн районда 6700 уҡыу-сы мәктәп ишеген аса, шуларҙың 800-ҙән ашыуы — беренселәр. Еңел булмаған изге һөнәр эйәләре — уҡытыусылар алдында баш эйәм. Ә уҡыусыларға белем алыуҙа уңыштар насип булһын, — тине Баязит Ғәли улы.

Алҡыштар аҫтында майҙанға беренселәр сыҡты. Улар көтөп алынған байрамға тип әҙерләгән шиғырҙарын, йырҙарын бүләк итте. Мәктәптең «Алтынай» бейеү ансамбле, ун беренселәр дәртле бейеүҙәр менән сығыш яһаны.

Дәрескә саҡырып тәүге ҡыңғырау сыңланы. Беренсе ҡыңғырауҙы ун беренселәрҙән уҡыу алдынғылары Индира Шаһимәрҙәнова, Илмир Әхтәмов һәм беренсе класҡа килеүселәр — Әлиә Фәтхуллина, Тимур Фазуллин, Тимур Кулинчик бирҙе.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.


Читайте нас: