+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2018, 11:22

Уңыштарҙың нигеҙендә дөйөм хеҙмәт ята

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә 2017–2018 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Рәхмәт урта мәктәбе «Грамоталы мәктәп» номинацияһында еңеүсе булды.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә 2017–2018 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Рәхмәт урта мәктәбе «Грамоталы мәктәп» номинацияһында еңеүсе булды.

Был ҙур баһаға райондағы иң йәш урта белем усағы уҡытыу-тәрбиә эшендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне — олимпиадаларҙағы еңеүҙәре, ғилми-тикшеренеү эштәре конференцияларында әүҙем ҡатнашыуы, БДИ-ла һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтеүе һәм сығарылыш класс уҡыусыларының 100 процентҡа уҡырға инеүе өсөн лайыҡ булған.

Ҙур булмаған ауылдағы уҡыусылар һаны йөҙгә лә тулмаған мәктәптең район кимәлендә алдынғылыҡ биләүенең сере нимәлә? Ошо һорауға яуап эҙләп, Рәхмәткә юлландым. Заманса проект менән төҙөлгән мөһабәт белем усағы миндә һәр саҡ: «Үәт, Рәхмәт балалары бәхетле!» — тигән һоҡланыу ҡатыш көнләшеү тойғоһо тыуҙыра. Зауыҡ һәм матурлыҡты арттырып, коллектив, уҡыусылар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән мәктәп ихатаһын гөл-баҡсаға әйләндергән. Бындай ожмах мөйөшөнә тиң ерҙә яҡшы билдәләргә өлгәшмәү мөмкин дә түгелдер, тигән уйҙа мәктәп ишегенә үрелдем.

— Ағымдағы уҡыу йылында беҙҙә 91 уҡыусы белем ала. Быға өҫтәп мәктәпкәсә төркөмдә 25 бала тәрбиәләнә. Тәрбиәселәр менән бергә иҫәпләгәндә 16 педагогик хеҙмәткәр эшләй. 6 уҡытыусы юғары һөнәри категорияға эйә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Р. Ғ. Ғәлиастанова һәм математика уҡытыусыһы Д. А. Хөсәйенова БР-ҙың мәғариф алдынғыһы исемен йөрөтә. Иң йәш уҡытыусыбыҙ, физкультурник Ә. Ә. Махийәнов үҙебеҙҙең элекке уҡыусыбыҙ. Ғөмүмән, коллективыбыҙ тотороҡло, тәжрибәле. Һәр уҡытыусыны үҙ эшенең оҫтаһы, тип билдәләр инем. Белем усағына «Грамоталы мәктәп» исеме бирелеүе мәғарифты үҫтереү йүнәлешендәге дөйөм хеҙмәтебеҙгә һәм һәр беребеҙҙең уға индергән шәхси өлөшөнә баһа. Әйткәндәй, уҙған уҡыу йылында мәктәп уҡыусыларының XX район спартакиадаһында ла беҙҙең мәктәп өсөнсө урын яуланы, — ти мәктәп директоры З. Ә. Әхмәҙиева.

— Элек урта мәктәп булмаған саҡта йөрөп уҡыған шарттарҙа ла Рәхмәт балаларының уҡыуға ынтылышы ҙур булды. Интернатта ятып уҡып, мәктәпте тамамлағас, артабан белем алыу теләге менән ҡырға сығып китеүселәр күп булды. Хәҙер мәктәп өй өҫтөндә. Беҙ уҡыған ваҡытта Өфөгә бер тәүлек тигәндә барып етә торғайныҡ. Баш ҡала ла яҡынлашты хәҙер, транспорттың төрлөһө йөрөй. Өфө генә нимә ул, беҙҙең уҡыусылар инде Мәскәүҙе яулай, — тип ғорурлана уҡытыусылар. Ысынлап та, бөгөн Рәхмәттән ике студент — Гөлсиә Йәнсәйетова һәм Нурзилә Хамматова Мәскәүҙә Геологоразведка университетында белем ала. Һуңғыһы быйыл урта мәктәпте миҙалға тамамлаған.

Уҡытыусыларҙың фекеренсә, берҙәм дәүләт имтихандары сығарылыш класс уҡыусыларына илдең төрлө абруйлы уҡыу йорттарының ишеген аса. БДИ-нан ҡурҡырға ярамай, ә яҡшы әҙерләнергә кәрәк, ти улар. Ғөмүмән, бында мәктәп буйынса белем алыу культы көслө. Арҙаҡлы ауылдаштары, ғалимә Ф. Ғ. Хисаметдинованың һәр ярты йыл һайын гел «бишле»гә өлгәшкән өмөтлө уҡыусыларҙы шәхси премияһы менән бүләкләп тороуы ла яҡшы уҡырға сәмләндерә, дәртләндерә. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы премияһын булдырғаны бирле уға 50 уҡыусы лайыҡ булған. Яңыраҡ ғалимә тыуған ауылына ҡайтып, сираттағы премияларын уҡыу алдынғылары — 11-се кластан Гүзәл Нурмөхәмәтова һәм 5-се кластан Фәрхәт Камалетдиновҡа тапшырып киткән.

Былтыр район олимпиадаларына Рәхмәт уҡытыусылары бер еңеүсе һәм 10 призер әҙерләгән. Йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса муниципаль этапта еңеү яулаған 10-сы класс уҡыусыһы Ынйы Мансурова (уҡытыусыһы Р. Р. Ғирфанова) республика олимпиадаһында һынау тотҡан.

Рәхмәт мәктәбе 13 сығарылыш класс уҡыусыһын оло тормошҡа оҙатҡан. Ун беренселәр БДИ-ла яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Мотлаҡ бирелергә тейешле фәндәрҙән — математика һәм рус теленән уртаса балдары уртаса район күрһәткесенән юғары булған. Айырым уҡыусылар география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса юғары балл йыйған. Үрҙә әйтеп үткәнемсә, мәктәпте миҙалға тамамлаусы Нурзилә Хамматова илдең баш ҡалаһындағы вузды һайлаһа, унан тыш тағы 8 уҡыусы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән. Дүрт егет МДТУ-ны һайлаған. Илсур Ғайсин нанотехнологиялар, Эльвир Асҡаров тау эше, Рамаҙан Әх-мәҙиев һәм Илнур Харисов төҙөлөш факультеттарына уҡырға ингән. Өс ҡыҙ БДПУ-ла: Зөлфиә Байегетова физика-математика, Гөлшат Сабирова менән Гөлшат Алтынбаева башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөрөй. Ә буласаҡ юрист Алһыу Әхмәҙиева — БДУ-ның юридик факультетында. Юғары уҡыу йортона уҡырға инеү нисбәте мәктәп тамамлаусыларҙың 70 процентын тәшкил итһә, ҡалған 4 ҡыҙ медицина колледжында уҡыуҙарын дауам итә.

— Класымдағы бөтә уҡыусыларҙың да уҡырға инеүе профориентация эшенең дөрөҫ маҡсатлы итеп ойошторолоуына бәйле. Юғары кластарҙа «Кем булырға?» тигән темаға даими һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар алып барыуыбыҙ, элекке сығарылыш уҡыусылары, студенттар, белгестәр менән осрашыуҙар үткәреүебеҙ һөҙөмтә бирмәй ҡалманы. Мин уларҙы 5-се кластан етәкләнем, бәләкәйҙән әүҙем булдылар. Төплө башланғыс белем биргән, берҙәмлеккә өйрәткән беренсе уҡытыусылары Р. Ғ. Ғәлиастановаға рәхмәтлемен. Улар өсөн ниндәйҙер сарала ҡатнашыу ғына әҙ, һәр саҡ һөҙөмтәгә ирешеү мөһим ине. Шуға ла тырыш, тәүәккәл уҡыусыларымдың киләсәктә һынатмаҫтарына, төрлө һөнәр эйәләре булып, район, республика мәнфәғәтендә намыҫлы эшләйәсәктәренә ышанысым ҙур, — ти класс етәкселәре Р. Р. Ғирфанова.

Рәхмәт мәктәбендә 5-се кластан — Яйҡар, юғары кластарға Аһылай ауылдары балалары йөрөп уҡый. Күрше ауылдарҙан балаларҙы алып йөрөү яйға һалынған, үҙҙәренең мәктәп автобусы бар. Ағымдағы уҡыу йылында Рәхмәт мәктәбенә 1-се класҡа 6 уҡыусы килгән. «Балалар һаны кәмей, тип борсолмайбыҙ. Киләһе йылда 15 уҡыусы килеүе көтөлә», — ти Зөһрә Әбүзәр ҡыҙы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: