+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Октябрь 2018, 11:42

Уҡытыусыларға ҡәҙер-хөрмәт

Йәштәр йортонда Уҡытыусылар көнөнә арналған тантана уҙҙы. Байрамда иң изге һөнәр эйәләренә ихтирам-хөрмәт күрһәтелде, иң яҡшылар билдәләнде.

Йәштәр йортонда Уҡытыусылар көнөнә арналған тантана уҙҙы. Байрамда иң изге һөнәр эйәләренә ихтирам-хөрмәт күрһәтелде, иң яҡшылар билдәләнде.

Район педагогтарын ҡотлау өсөн тәүге һүҙ Әбйәлил башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғәлим Солтановҡа бирелде.

— Бөгөн беҙ ғүмерҙәрен ер йөҙөндәге иң кәрәкле һәм изге һөнәр менән бәйләгән, йәш быуынды тәрбиәләү һәм уҡытыу өсөн иң күп көс һалған кешеләр — уҡытыусыларҙы тәбрикләйбеҙ. Беҙҙең район педагогтары заман менән бергә атлай, инновацион уҡытыу алымдарын үҙләштерә, даими рәүештә белем биреү сифатын күтәреү өҫтөндә эшләй, — тине Ғәлим Наил улы. — Һөнәрҙәренә тоғролоҡ һаҡлаған, эштәренә ижади ҡараған талантлы уҡытыусылар менән ғорурланабыҙ.

Ғ. Солтанов бер төркөм уҡытыусыларға оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Мәғариф министрлығының почет грамоталарын һәм мәғариф алдынғыһы күкрәк билдәләрен тапшырҙы.

Уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары уңайынан район мәғариф бүлеге начальнигы В. Ә. Зәйнуллин ҡотлап, йылы һүҙҙәрен йәлләмәне.

— Беҙҙең район педагогтары иң талантлы, иң яҡшылары — улар беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Мәғариф учреждениеларында бөтәһе һигеҙ йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр эшләһә, алты йөҙө — уҡытыусылар. Улар мәғариф системаһын модернизациялауҙа уңышлы эшләй, федераль дәүләт белем биреү стандарттарын үҙләштерә, уҡытыуҙың заманса ысулдарын өйрәнә, — тине Вәлит Әхмәтшәриф улы. — Әбйәлил ере бөтә ғүмерен мәктәпкә, уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған кешеләргә бай. Ошо һөнәргә һөйөү уятып, балалары, ейәндәре уларҙың юлын дауам итеүен күреү ҡыуаныслы. Әллә нисә быуын педагогтар биргән уҡытыусылар династиялары районда бихисап.

В. Зәйнуллин үҙенең сығышында район мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәрҙең барыһына ла — уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, белем биреү учреждениелары етәкселәренә, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы эштәре, бурыстарына яуаплы ҡарауҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

— Һеҙҙең тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә әүҙем, ижади һәм инициативалы быуын үҫеп килә. Уларҙың төрлө конкурстарҙа, район, республика, ил кимәлендәге олимпиадаларында еңеүҙәре һеҙҙең ныҡышмал эшегеҙ күрһәткесе, — тип белдерҙе мәғариф бүлеге начальнигы. — Балаларға булған сикһеҙ һөйөүегеҙ, һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт.

Тантанала үҙҙәренең фәнен уҡытыу буйынса юғары һөҙөмтә биргән, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән, олимпиада еңеүселәре әҙерләгән уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр. Иң-иңдәр тип табылғандар сәхнә түренә саҡырылып, таҫма тағылды. Бер төркөм педагогтар һөнәри байрам айҡанлы һәм оҙайлы тырыш хеҙмәттәре өсөн райондың почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Уҡытыусылар көнө айҡанлы уҙғарылған тантанала йыл һайын берәй мәктәп коллективы ҙур концерт ҡуя. Быйылғы эстафета Хәлил урта мәктәбе, Ишбулды филиалы һәм «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырылғайны.

Хәлилдәр концерттың тәүге минуттарынан уҡ тамашаның сағыу, йөкмәткеле булырына шик ҡалдырманы. Бөтә коллектив башҡарыуында «Гөлнәзирә» бейеүе менән сәхнәне дер һелкеткән уҡытыусылар тамашасыларҙың күңеленә үтеп инде. Ишбулды мәктәбе уҡытыусыһы Динара Мырҙабулатованың «Уҡытыусыма», Хәлил мәктәбе уҡытыусыһы Илшат Ейәнбирҙиндың «Өфө йүкәләре» йырҙары алҡыштарға күмелде. Белем усағында ғаиләләре менән эшләүселәр ҙә байтаҡ. Эльза һәм Таһир Әлибаевтар, Мәҙинә һәм Сәйетғәли Хәйбуллиндар, Вәсилә һәм Таһир Ғүмәровтар, Зилә һәм Ринат Шаһивәлиевтар, Азалия һәм Илнур Ташбулатовтар, Лилиә һәм Вәкил Моталовтар, Маһинур һәм Әхмәтхан Хәйбуллиндар, Нәркизә һәм Васил Хәйбуллиндар бөтә ғаилә парҙарына бағышлап, «Һин миңә кәрәк әле» йырын күмәкләп башҡарыуҙары үҙенсәлекле килеп сыҡты. Хәлилдәр башҡорт, татар, рус, йәһүд бейеүҙәрен бик оҫта башҡарҙы. Нәфис һүҙ оҫталары — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Радик Өмөтҡужин бик аһәңле итеп Рәйес Түләктең «Яныу» поэмаһынан өҙөк һөйләне, Азалия Ташбулатова менән Лилиә Вәлиева шиғырҙар ишеттерҙе. Мәғарифҡа ике йөҙ йылдан ашыу ғүмерҙәрен бағышлаған Дәүләтҡолова-Ейәнбирҙиндар-Атауллиндар-Фәйзуллиндар династияһы вәкиле Фәнүзә Ейәнбирҙина башҡарған моңло йырҙарҙы уҡытыусылар бик йылы ҡабул итте. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар вокалы сығыштары, Гөлфиә Мусина, Эльза Әлибаева, Нәркизә Хәйбуллина матур тауыштары менән әсир итте. Рөстәм Ғайсин менән Илнур Ташбулатовтың баян-ҡурай дуэты ла шәп килеп сыҡты. Таланттарға бай яҡ — хәлилдәр район уҡытыусыларына күңелле тамаша бүләк итеп кенә ҡалманы, уҡыу йылы тамамланғансы етерлек дәрт, көс, илһам өҫтәне. Төп эштәре — уҡытыу, мәктәп мәшәҡәттәре, донъя хәстәрҙәре араһында филармония әртистәренән һис ҡалышмаған концерт әҙерләгәндәре өсөн «Афарин!» тиергә ҡала.

Эстафетаны ҡабул итеп алыусы Әбделмәмбәт һәм Ишҡол мәктәптәре коллективтары юғары кимәлдәге концерт өсөн коллегаларына рәхмәт белдереп, үҙ сиратында һынатмаҫҡа һүҙ бирҙе.

Читайте нас: