+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Октябрь 2018, 11:22

«Мостай уҡыуҙары»да призлы урын

Республика башҡорт әҙәбиәтенең бөйөк аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә.

Республика башҡорт әҙәбиәтенең бөйөк аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә. Күптән түгел баш ҡала ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙы «Мостай уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһына йыйҙы.

БР Мәғариф министрлығы, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Мәғарифты үҫтереү фонды, Яҙыусылар союзы, Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, М. Кәрим, «Аманат» шәфҡәтлелек фондтары тарафынан ойошторолған ҙур фәнни сара ике турҙа уҙа. Тәүгеһендә уҡыусылар бирелгән темалар буйынса башҡарған ғилми-эҙләнеү эше буйынса министрлыҡҡа тезистар ебәрә һәм һайлап алыу турын үтеүселәр Өфөгә саҡырыу ала. Беренсе турҙа 300-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашһа, икенсе турға шуларҙың 64-е генә үтә һәм улар араһында Әбйәлилдән йәш эҙәрмәндәр булыуы ҡыуаныслы. 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусыһы Вилдан Ғибәҙәтов иһә уңышлы сығыш яһап, өсөнсө урынға лайыҡ була.

Вилдан 11-се класта белем ала, уҡыу алдынғыһы, һәр яҡтан килгән һәләтле егет. Иң мөһиме унда милли рух бар, туған теленә, халҡына ҡарата һөйөү тойғоһо көслө. Сығарылыш класс уҡыусыларына бөтә иғтибарҙы БДИ-ға әҙерләнеүгә йүнәлтеү талабы ҡуйылһа ла, Вилдан «Мостай уҡыуҙары»нан ситтә ҡалырға теләмәй. Уҡытыусыһы З. Р. Ғәлләмова етәкселегендә Мостай Кәрим шәхесе темаһы буйынса ғилми-эҙләнеү эше башҡара.

Фәнни-ғәмәли конференция Өфөнөң М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҙа. Йәш эҙәрмәндәр дүрт тематик секцияла фәнни эштәрен яҡлай, унан талапсан жюри биргән төрлө һорауҙар алдында һынау тота. Ғилми етәксеһе Зиниә Раил ҡыҙы әйтеүенсә, Вилдан юғалып ҡалмаған, төплө, зирәк яуаптары менән һоҡландырған. Шуға ла уға призерҙар рәтенә сығыу бәхете йылмаған да инде. Егет Мәғариф министрлығының дипломы һәм китап менән бүләкләнә.

— Туған тел буйынса конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҙур теләк менән ҡатнашам. Улар белем кимәлен тикшереп ҡарарға булышлыҡ итә, артабан үҫешергә, камиллашырға сәмләндерә. «Мостай уҡыуҙары»нан һуң да үҙемә яңы маҡсаттар билдәләнем. Киләсәктә юрист булыу теләге менән яна инем, хәҙер икеләнеү менән бергә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡырға китеү теләгем көсәйә бара. Уҡытыусы һөнәрен һайлап яңылышмаҫмын, тип уйлайым. Сөнки әсәйем, олатай-өләсәйем, башҡа туғандарым — уҡытыусылар. Үҙ телемдең, тыуған еремдең патриоты булараҡ, мин тел ғилемен һайлаясаҡмын, – ти В. Ғибәҙәтов.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: