+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Декабрь 2018, 13:09

Башҡорт теле көнө билдәләнде

2015 йылдан башлап башҡорт халҡының бөйөк мәғрифәтсеһе М. Аҡмулланың тыуған көнө менән бергә 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө лә билдәләнде

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры тарафынан раҫланған бойороҡҡа ярашлы, 2015 йылдан башлап башҡорт халҡының бөйөк мәғрифәтсеһе М. Аҡмулланың тыуған көнө менән бергә 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө лә билдәләнде.
БР Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма
комитеты менән берлектә ошо уңайҙан һәләтле балаларҙы республика слетына йыйҙы.
Туған тел буйынса республика кимәлендә уҙғарылған олимпиада, төрлө бәйгеләр
еңеүселәре, инша яҙыу оҫталары, әкиәтселәр, «Урал батыр» эпосын яттан
һөйләүселәр, йәш сәсәндәр саҡырылды. «Туған тел илселәре» республика акцияһында
ҡатнашыусылар араһында Әбйәлилдән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара
олимпиада призерҙары – 1-се Асҡар урта мәктәбенең сығарылыш класынан Фирүзә
Оморҙаҡова һәм Байымдан 10-сы класс уҡыусыһы Наҙгөл Миңлебаева, «Һаумы, һаумы,
Әкиәт!» бәйгеһендә ҡатнашыусы Ташбулаттан «Шатлыҡ», район үҙәгенән «Миләш»
балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә бар ине. Йәш әкиәтселәр Бөтә донъя
башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының II һәм III дәрәжәле дипломдарына
лайыҡ булды, төлһөйәр уҡыусыларыбыҙ рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Читайте нас: