+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Декабрь 2018, 11:58

Саф башҡортса һөйләшкәнгә балҡып тора йөҙөбөҙ

Мәктәбебеҙҙә бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың һәм ғәзиз туған телебеҙҙең тыуған көнөнә арналған матур сара үтте. Башҡорт теле —донъялағы иң матур телдәрҙең береһе бит ул. Мостай теле, Рәми теле...

Мәктәбебеҙҙә бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың һәм ғәзиз туған телебеҙҙең тыуған көнөнә арналған матур сара үтте. Башҡорт теле —донъялағы иң матур телдәрҙең береһе бит ул. Мостай теле, Рәми теле...

Сараны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зарема Ғайсина ойошторҙо һәм бик йөкмәткеле итеп алып барҙы. Башланғыс класс уҡыусыларында телебеҙгә ҡарата һөйөү, хөрмәт уятыу маҡсатында хаҡлы ялдағы тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙ ҡунаҡҡа саҡырылды. Фәүҡинур Сафина, Сания Мортазина балаларҙы саф башҡортса һөйләшергә, телебеҙҙе яратырға, уның бөтөүенә юл ҡуймаҫҡа өндәне. Туған телебеҙ, башҡорт халҡы юҡҡа сыҡмаһын тиһәк, телебеҙҙе сит-ят һүҙҙәр менән «бысратмаҫҡа», башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы күберәк уҡырға, рухыбыҙҙы үҫтерергә кәрәк, тип саҡырҙы улар. Аҡмулланың юлын дауам итеүсе остаздарыбыҙҙың һүҙҙәре уҡыусыларға хуш килде. Туған тел — ул әсә кеүек берәү һәм ғәзиз. Телде ҡәҙерләп йәшәргә, уның төп аралашыу сығанағы икәненә төшөндө балалар.

Уҡыусылар ҡунаҡтарыбыҙға оло рәхмәттәрен белдереп, шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, күңелле бейеүҙәр бейене. «Саф башҡортса һөйләшкәнгә балҡып тора йөҙөбөҙ» тип исемләнгән осрашыу күмәкләшеп «Илем, телем, ерем» йырын йырлау менән тамамланды.

Ф. ЯЛМЫРҘИНА, Амангилде урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Читайте нас: