+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Декабрь 2018, 12:24

Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең...

Бының өсөн үҙ һөнәреңә бөтә булмышың менән бирелеү кәрәктер. Шөкөр, районыбыҙ мөғәллимдәре замана шарттарына яраҡлашып, балаларыбыҙҙы аңлы, аҡыллы итеп тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, уларға төплө белем бирә.

Бөгөнгө заман уҡытыусыға етди талаптар ҡуя: көндән-көн яңырып торған мәғлүмәтте үҙләштереп өлгөрөргә, йөкләмәләрҙе үтәргә, тыумыштан уҡ смартфон, планшет тотоп үҫкән зиһенле балаларҙың фекерләүенән бер аҙым алда барырға, шул уҡ мәлдә үтә лә сабыр, ғәҙел, мөләйем булып ҡалырға кәрәк. Бының өсөн үҙ һөнәреңә бөтә булмышың менән бирелеү кәрәктер. Шөкөр, районыбыҙ мөғәллимдәре замана шарттарына яраҡлашып, балаларыбыҙҙы аңлы, аҡыллы итеп тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, уларға төплө белем бирә.

Йәштәр йортонда уҙған «Йыл уҡытыусыһы» район конкурсы алдынғы ҡарашлы педагогтарҙың күп булыуын тағы бер мәртәбә раҫланы. Уҡытыусылар бәйгенең ике этабында көс һынашты: асыҡ дәрес биреү һәм эштә интернет мөмкинлектәрен файҙаланыу. Тәүге этаптың еңеүселәре финалға сығып, Йәштәр йорто сәхнәһендә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте лә инде. «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһе менән бер рәттән йәш педагогтар араһында барған «Өмөт» конкурсына ла йомғаҡ яһалды.

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның география уҡытыусыһы Илмира Яхина дәресендә балалар яратҡан алым — виртуаль сәйәхәтте күрһәтте. Уның менән бергә тамашасылар Ирәмәл тәбиғәт паркына сәйәхәт ҡылды, бер дәрес сиктәрендә виртуаль рәүештә бер нисә объектты, тәбиғәт ҡомартҡыларын ҡарау мөмкинлеге барлығына инанды.

Гусев мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәүилә Байғәлинаның дәресендә барыһы ла теләп ҡатнашты, сөнки ул һүҙ төркөмдәрен мауыҡтырғыс уйын формаһында тәҡдим итеп, иң әүҙем ҡатнашыусыларға тәмле бүләктәр ҙә әҙерләгәйне.

Ҡаҙмаш мәктәбендә инглиз теленән белем биреүсе Регина Хөснитдинова сит телде өйрәнеүҙе йорт төҙөү менән сағыштырҙы. Өй күтәргәндә төҙөлөш материалдары кәрәк булған кеүек, тел үҙләштергәндә лексика, фонетика һәм грамматика ҡағиҙәләрен дә белеү шарт, тине ул. Регина Кәрим ҡыҙы ярҙамында ҡабатлаған инглиз һүҙҙәре бер нисә минут эсендә хәтерҙә уйылып та ҡалды.

Бөгөнгө мәктәптәрҙә физик мөмкинлектәре сикле балалар ҙа уҡый ала, сөнки инклюзив белем биреү системаһы камиллаша. Һамар мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зилә Мансурова тап ошо темаға туҡталды. Физик мөмкинлектәре сикле, башҡаларҙан айырылып торған балаларҙы адаптациялау алымдарын аныҡ миҫалдарҙа күрһәтте ул.

Шулай уҡ башланғыс кластарҙы уҡытҡан Дилара Хисмәтова (Т. Кусимов исемендәге гимназия) бәләкәстәрҙең фекерләү ҡеүәһен үҫтереү буйынса практик күнекмәләре менән уртаҡлашты.

«Бөтәһе лә химик булмай, шулай ҙа химик формулаларҙы ҡуллана ала», — ти Дәүләт мәктәбенән химия уҡытыусыһы Зәйтүнә Мөхәмәтйәрова. Уның оҫталыҡ дәресе металдар һәм металл булмаған элементтар темаһын яҡтыртты.

1-се Асҡар урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Миңзәлә Шаһи-вәлиеваның кешеләрҙең тыуған көндәрен һанап сығарыу буйынса алгоритмдары һоҡландырҙы. Уҡыусыларҙы ошондай яңы, үҙ аллы күнегеүҙәр ҡыҙыҡһындыра икәнлеген күрһәтте Миңзәлә Рәшит ҡыҙы.

Ошо уҡ мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилә Хәйретдинова Эйдетика алымы менән таныштырҙы. Уйын технологиялары ярҙамында кескәй уҡыусыларҙы дәрес эшенә йәлеп итеүен ҡарау мауыҡтырғыс ине.

Һәр педагог оҫталыҡ дәресен күңелен һалып, ихлас алып барҙы. Тамашасыларҙы балаларҙай күреп, уларҙың ритмында эшләй ала икәнлеген дәлилләне. Жюриға шәптән-шәп уҡытыусыны билдәләү еңел түгел ине.

«Йыл уҡытыусыһы» район конкурсы еңеүсеһе тип З. Т. Мансурова табылды. Икенсе урында — М. Р. Шаһивәлиева, өсөнсөлә Д. Х. Хисмәтова. «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһында З. Ә. Мөхәмәтйәрова билдәләнде. «Өмөт» конкурсы еңеүсеһе исемен Д. Т. Хәйрет-динова алһа, икенсе урында — И. М. Яхина, өсөнсөлә Р. И. Байғәлина. Р. К. Хөснитдинова «Педагогик өмөт» номи-нацияһында махсус призға лайыҡ булды.

Р. МӘСӘЛИМОВА.


Читайте нас: