Өфөлә үткән беренсе мәктәп мәғарифы форумы республиканың төрлө мөйөштәренән 700-ҙән ашыу делегатты – мәктәп директорҙарын, урындағы үҙидара органдары етәкселәрен йыйҙы. Форумды асыу тантанаһында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров сығыш яһаны. Мәғариф системаһындағы көнүҙәк мәсьәләләр, атап әйткәндә, ауыл мәктәптәренә йәш уҡытыусыларҙы эшкә йәлеп итеү, һәләтле балалар менән шөғөлләнеү, өҫтәмә белем биреү, уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлеге, мәктәптә туҡланыу һәм башҡа бик күп һорауҙар буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, фекер алышыу буйынса ҡорҙа Әбйәлилдән район мәғариф бүлеге начальнигы В. Ә. Зәйнуллин етәкселегендәге делегация – мәктәп директорҙары З. Ш. Зарипова (Байым), Ә. З. Махийәнов (Михайловка), Р. С. Йосопова (Таштимер), Ш. И. Әхмәтҡужина (Урал), Р. Н. Әхмәтов (Т. Кусимов исемендәге гимназия), И. Р. Ғибәҙәтов (Әбделмәмбәт), З. В. Атауллин (Ҡаҙмаш), Ғ. Н. Һаҙыев (Хәмит), Й. В. Әүбәкеров (Амангилде), Хәмит, Таштимер ауыл биләмәләре башлыҡтары Ф. Д. Ғәҙелшина, В. С. Абсаҙыева һәм Радий Фәрит улының шәхси саҡырыуы буйынса Йәлембәттән йәш уҡытыусы, Рамазан Закирйәновтың әсәһе Әлиә Дауытова ҡатнашты һәм иҫ киткес тәьҫораттар, ең һыҙғанып эшләргә дәрт-дарман алып ҡайтты.
Ш. И. Әхмәтҡужина, Урал урта мәктәбе директоры:
— 30 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләү, шуның һуңғы 7 йылында директор булыу дәүеремдә республика кимәлендә бындай форум уҙғанын хәтерләмәйем. Яңыса эшләүгә көйләнеп, өр-яңы пландар менән дәртләнеп ҡайттым. Төбәк Башлығының биш көнлөк уҡыуға күсеү буйынса тәҡдименә ыңғай ҡараштамын. Уҡыусылар ял көнөн ғаиләһе менән уҙғарһа, ата-әсәләр балаһына күберәк иғтибар бүлһә — насар түгел. Әлбиттә, йылдар дауамында яйға һалынған уҡытыу программаһын, дәрестәр теҙмәһен үҙгәртеп-ҡороу башта бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар тыуҙырасаҡ. Әммә яңылыҡҡа, яҡшы үҙгәрештәргә ынтылыр кәрәк. Беҙҙә мәктәптәр былай ҙа кискә тиклем эшләй, уҡыусылар төштән һуң факультатив дәрестәргә, консультацияларға, секция-түңәрәктәргә йөрөй. Шуға күрә яңы форматта уҡыуға күсеү көндөң икенсе яртыһындағы ваҡытты ала, тигән һүҙ булмаясаҡ, бары дәрестәр планын дөрөҫ итеп формалаштырыу зарур.
Форумда әйтелгәндәрҙән мәктәп автобустарын «Башавтотранс» ҡарамағына күсереү, уҡыусыларҙың туҡланыу мәсьәләһенә етди иғтибар бүлеү, аутсорсинг компаниялары менән хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә үҙгәрештәр индереү, белем усаҡтарында стоматология кабинеты асыу буйынса тәҡдимдәрҙе хуплайым.