-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Март 2019, 17:27

Ата-әсәләр БДИ тапшырып ҡараны

«БДИ-ны ата-әсәләр менән бергә тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһы быйыл өсөнсө тапҡыр уҙҙы.

«БДИ-ны ата-әсәләр менән бергә тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһы быйыл өсөнсө тапҡыр уҙҙы.

1-се Асҡар урта мәктәбе базаһында урынлашҡан 301-се имтихан тапшырыу пунктында ата-әсәләр балаларының БДИ тапшырыу процедураһын үҙ күҙҙәре менән күрҙе һәм үҙҙәре лә математиканан имтихан биреп ҡараны. Был көндә ун беренселәр һайлап алған предметтар — физика, биология, рус әҙәбиәте, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса һынамаҡҡа БДИ тапшырҙы.

Уҡыусы дәүләт һынауҙарына нисек кенә етди әҙерләнмәһен, психологик яҡтан әҙер булмаһа, имтиханда белем ҡеүәһен лайыҡлы күрһәтә алмауы ихтимал. Шуның өсөн дә 11-се класс уҡыусыларына уҡыу йылы дауамында БДИ тапшырыу буйынса бер нисә тапҡыр «репетиция» уҙғарыла. Улар ысын имтихан рәүешендә ҡәтғи тәртиптә ойошторола: дәүләт һынауын тапшырыусылар үҙҙәре менән паспорт һәм ҡара гель ручкаһынан башҡа бер нәмә лә алырға тейеш түгел, имтихан тапшырыу пунктына шәхесен раҫлаусы документын күрһәтеп, металл эҙләгестәр менән тикшерелгәс кенә индерелә һәм исемлек буйынса билдәле аудиторияла, тәғәйен парта артында урын биләй.

БДИ-ны тәүге тапҡыр тапшырып ҡараған ата-әсәләр өсөн былар башта бик ҡатмарлы тойолдо. Әммә ун беренселәр өсөн ул ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы, күнегелгән ғәҙәт буйынса тикшереү процедураларын йәһәт кенә үтеп, аудиторияларға инделәр. Берҙәм дәүләт имтихандары бөтәһе 9 аудиторияла үтте. Сығарылыш класс уҡыусылары төбәк мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенән һатып алынған КИМ-дар буйынса былтырғы БДИ варианттарын эшләне, имтихан һөҙөмтәләрен Өфөлә предмет комиссияһы тикшерәсәк. Һынау түләүле булһа ла, уның баһалары уҡыусыларға белем кимәлен аныҡ күҙалларға, дәүләт һынауҙарына тиклем етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләргә мөмкинселек бирәсәк. Ә ата-әсәләргә математиканың база өлөшө буйынса хәтер яңыртырға тура килде.

Район мәғариф бүлегенән берҙәм дәүләт имтихандары буйынса муниципаль координатор Ә. Р. Фәттәхова имтихан биреү пунктының техник яҡтан нисек йыһазландырылыуы менән таныштырҙы. Һәр аудиторияның видео-күҙәтеү аҫтында булыуы, веб-камераларҙың бөтә имтихан биреүселәр ҙә яҡшы күренерлек ракурста көйләнеүе, имтихан барышын Мәскәүҙән, Өфөнән, башҡа төбәктәрҙән онлайн күҙәтеүҙән тыш, видеояҙма алып барылыуы, телефон бәйләнешен өҙөүсе блокираторҙар урынлаштырылыуы — быларҙың барыһы ла асыҡ һәм ғәҙел имтихандар үткәреүгә булышлыҡ итеүе тураһында һөйләне.

Нәҡ ысын имтихандағыса ата-әсәләрҙең күҙ алдында компьютер һәм принтерҙан торған бланкылар сығарыу станцияһы пароль ярҙамында активлаштырылды, штабтан тест заданиелары яҙылған диск килтерелде, улар ҡағыҙға сығарылып, таратып бирелде. Ойоштороусылар ярҙамы менән теркәлеү, яуаптар яҙыу бланкылары тултырылғас ҡына, имтиханға бүленгән ваҡыт иҫәбе башланды. Математиканың база өлөшө буйынса БДИ тапшырыуға 3 сәғәт бирелә, ата-әсәләргә лә ошо ваҡытта мәсьәләләрҙе сисеп, яуаптарҙы бланкыға теркәү зарурлығы әйтелде. Әйтергә кәрәк, имтихан биреүселәр ваҡыт тамамланып килеүе тураһында, ярты сәғәт һәм 5 минут ҡалғас, иҫкәртелергә бурыслы.

БДИ тапшырып ҡараусы ата-әсәләр мейе ярымшарҙарын ҡыбырлатып, күптән «тоҙланған» ғилемде иҫкә төшөрөп кенә ҡалманы, ә берҙәм дәүләт имтихандарының ҡот осмалы ҡурҡыныс һынау түгеллегенә лә инанды. Имтихандан һуң ата-әсәләр менән бергә пресс-конференция уҙҙы. Әгәр ғаиләлә өлкәндәр артыҡ хафаланмаһа, был баланың имтиханға тыныс күңел, үҙ көсөнә ныҡлы ышаныс менән киләсәгенә нигеҙ булып тора. Әлбиттә, ваҡиғаларҙың көтөлмәгән юҫыҡҡа боролоуы ла ихтимал. Хәл иткес көндә имтихан биреүсенең сирләп китеүе лә мөмкин. Был осраҡта БДИ-ға килмәҫкә мөмкин. Медицина учреждениеһы биргән ауырыуҙы раҫлаусы белешмә нигеҙендә имтихан резерв көнгә күсерелә. Имтихан тапшырыу пунктында ла табип эшләй, сирләп китеүселәргә медицина ярҙамы күрһәтелә, кәрәк булғанда «Ашығыс ярҙам» саҡырыла.

БДИ биреп ҡараусы өлкәндәр араһында атайҙар ҙа булды. Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең баш балалары быйыл һынау тотһа, икенсе-өсөнсө балалары мәктәп тамамлаусы «тәжрибәле» әсәйҙәрҙең дә ҡатнашыуы ғаиләлә сығарылыш имтихандарына битараф булмауҙары тураһында һөйләй. Баланың киләсәк яҙмышы хәл ителә бит.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: