-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Март 2019, 12:31

Таһир Кусимов эҙҙәре буйлап

Т. Т. Кусимовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата «Кусимов уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.

Халҡыбыҙҙың легендар батыры Т. Т. Кусимовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата мәктәп уҡыусыларының «Кусимов уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы Геройҙың тыуған яғында, уның исемен йөрөткән гимназияла уҙҙы.

— Беҙ үҙебеҙҙең ҡаһарман яҡташтар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Йәш быуын геройҙарҙың исемдәрен генә түгел, уларҙың данлы тормош һәм яу юлдарын белеп үҫергә тейеш. «Кусимов уҡыуҙары» республика конференцияһы ҡуйған маҡсатына ирешер һәм ул киләсәктә традицияға инер, тип ышанам. Фән эҙәрмәндәренә уңыштар теләйем, — тине сараны асып гимназия директоры Р. Н. Әхмәтов.

Конференция эшендә ҡатнашыусы абруйлы ҡунаҡтар — яҙыусы, журналист, педагог, йәмәғәт эшмәкәре М. С. Бураҡаева, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы кафедраһы доценты С. А. Таһирова һәм СиБДУ-нан фәнни эш буйынса декан урынбаҫары Р. М. Латипованың да сәләмләү һүҙҙәре ҡайнар, уҡыусыларға теләктәре изге булды. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы үҙенең «Һылыуҡай» повесында Т. Кусимов образын сағылдырған өҙөк тураһында һөйләне. «Дивизия ветерандары миңә һуғышта немецтар мөһабәт кәүҙәле башҡорт яугиренең һыбай үткәнен һоҡланып ҡарап ҡалыуҙары тураһында һөйләгәйне. Ошо ысынбарлыҡ картинаны әҫәремдә сағылдырмайынса үтә алманым. Дошманын һоҡландырған батыр — ул ысын батыр», — тине ул. Белорет ҡалаһының 20-се мәктәбе уҡытыусыһы Зәйнәп Собханғолова уҡыусыларын фәнни конференцияға әҙерләгәндә күңелен һыҙып иҫенә төшкән бала саҡ хәтирәләрен бәйән итте. Уның атаһы Кинйәбай Шәрипов кавалерист булған, Таһир Тайып улы менән бергә һуғышҡан. Сығыш яһаусы Герой менән ике тапҡыр күҙмә-күҙ осрашырға яҙыуы, Кусимовтың Башвоенкоматты етәкләгән осорҙа ауылға, өйҙәренә, килеүе, аҙаҡ инвалид атаһына «Запорожец» машинаһы юлларға ярҙам итеүе тураһында һөйләне, атаһының ғаилә ҡомартҡыһы итеп һаҡланған миҙалдарын күрһәтте. Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова «Кусимов уҡыуҙары»н йыл һайын уҙғарырға уйлауҙары, уны 112-се башҡорт атлы дивизияһына бағышлап, йылдан-йыл тематикаһын киңәйтәсәктәре тураһында хәбәрҙар итте, ошо рәүешле уҡыусыларҙы тарихҡа йәлеп итеү, патриотик рухта тәрбиәләү ниәттәре менән уртаҡлашты.

«Кусимов уҡыуҙары»нда Белорет, Сибай ҡалаларынан, Бөрйән, Ейәнсура һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең райондан уҡыусылар ҡатнашты. Жюри 5 секцияла 42 уҡыусының фәнни-эҙләнеү эшен тыңланы, төрлө һорауҙар биреп, белем ҡеүәһен тикшерҙе.

Генерал Кусимовтың яу юлын өйрәнеүселәр араһында Бөрйән районы Иҫке Монасип мәктәбенән Ильвир Буранов еңеүсе булды. 1-се Асҡар мәктәбенән Ирхан Ласынов (7-се класс) — икенсе, Атауҙынан Азида Ҡаһарманова (8-се класс) өсөнсө урынға сыҡты.

«Таһир Кусимов образы әҙәбиәттә һәм һынлы сәнғәттә» темаһы буйынса сығыш яһаусыларҙан 1-се Асҡар мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһыАйҙар Һибәтуллин (һүрәттә) ентекле өйрәнгән тәрән һәм ҡыҙыҡлы эҙләнеү эше менән жюриҙың һоҡланыуын яулап, еңеүсе булды. Икенсе урында ошо уҡ белем усағынан Динә Абдрахманова (9-сы класс), өсөнсөлә Айһылыу Сәйетбатталова (Бөрйән, Иҫке Собханғол).

«112-се башҡорт атлы дивизияһы батырҙары» йүнәлеше буйынса эшләгән өсөнсө секция эҙәрмәндәре кавалерист туғандары, ауылдаштары тураһында ғорурланып һөйләне, уларҙың тормош һәм яу юлдарын анализланы. Урал мәктәбенән Марат Ғәлин (10-сы класс) еңеүсе булды. Гимназиянан Әлиә Сәйетғәлина (9-сы класс), 1-се мәктәптән Эльвина Ғәлиәкбәрова (9-сы класс) призлы урындарҙа билдәләнде.

«Таһир Кусимовҡа бағышланған уҡыусылар ижады» секцияһында ижади мөхит хаким итте. Геройға арналған шиғырҙар, иншалар, хаттар уҡылды. Бында 1-се мәктәптән Илмир Әхтәмовҡа (11-се класс) тиңләшеүсе булманы. Икенсе-өсөнсө урындар гимназиянан Алһыу Рәхимова (6-сы класс) һәм Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Зилиә Буранбаеваға бирелде.

«Бер фото тарихы»н өйрәнгән эҙәрмәндәр секцияһында ла мауыҡтырғыс проекттар тәҡдим ителде. Урал мәктәбенән Вадим Ҡәйүмовтың (10-сы класс) эше иң яҡшыһы тип табылды. Белорет ҡалаһынан Адель Сәғәҙәтова (9-сы класс), Әбделмәмбәттән Эльвира Насирова (10-сы класс) призлы урындарҙа билдәләнде.

Фәнни-ғилми эҙләнеү эше башҡарған ҡалған уҡыусыларҙың да күңелдәрен үҫтереп, төрлө номинацияларҙа ҡатнашыусы дипломы, БДПУ-ның һәм СиБДУ-ның маҡтау грамоталары бирелде. «Кусимов уҡыуҙары»нда ҡатнашыусылар белем усағында яңыраҡ асылған «Таһир Кусимов эҙҙәре буйлап» мәктәп мәғлүмәти кабинет-музейында булды, гимназияның сағыу таланттары әҙерләгән концерт программаһына тамаша ҡылды.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.
Читайте нас: