+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель 2019, 11:59

Тәрбиә — мөһим эш

Таһир Кусимов исемендәге гимназияла балаларҙы тәрбиәләү темаһына арналған әсәләр конференцияһы уҙҙы.

Таһир Кусимов исемендәге гимназияла балаларҙы тәрбиәләү темаһына арналған әсәләр конференцияһы уҙҙы.

Белем усағында уҡыу сифатына ғына түгел, тәрбиә мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бирелә. Даими рәүештә ата-әсәләр менән һөйләшеүҙәр, төрлө саралар ойошторолоп тора. Мәҫәлән, яңыраҡ уҙған атайҙар конференцияһы ла дәррәү үтте.

Т. Кусимов исемендәге гимназияның тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ф. М. Нөғәмәнова конференцияны асып тәрбиә эшендә мәктәп менән ғаиләнең бер төптән булыуы кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева гимназияла рухлы, аҡыллы балалар белем алыуын, һәр саҡ алдынғы булыуҙарын, уҡыуҙа ла, төрлө кимәлдәге сараларҙа ла ҡаҙаныштары күплеген билдәләне. Һәм тәрбиә мәсәләһенә ҡағылышлы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.

— Баланы тыуғандан тәрбиәләр кәрәк. Был мөһим эш һуңға ҡалдырыуҙы кисермәй. Әсәйҙәр — ғаилә тотҡаһы, уты, тап һеҙ ғаиләгеҙҙе, яҡындарығыҙҙы мөхәббәт, наҙ менән уратып алырға тейешһегеҙ. Әлбиттә, тормошта барыһы ла һеҙ теләгәнсә тигеҙ генә бармай, ләкин ҡатын балаларына ла, иренә лә терәк булырға, сабырлыҡ, түҙемлек һаҡларға тейеш, — тине Линиза Камил ҡыҙы. — Тәрбиәне үҙегеҙҙән башлағыҙ. Сөнки балағыҙ һеҙҙән өлгө ала, шәхси тотошоғоҙҙы, уй-фекерегеҙҙе үҙенә һеңдерә.

Ул шулай уҡ башҡа халыҡтар тәьҫире аҫтында бәләкәй балаларҙың тыуған көндәрен олонан ҡуптарып, эске менән үткәреүҙәрен өнәмәүен еткерҙе. Киреһенсә, йәштәрҙе өләсәй һабаҡтарын онотмай, иманлы булырға саҡырҙы.

— Ғаиләлә баланы тәрбиәләүҙән дә мөһимерәк бурыс юҡ, атай менән әсәй бергә, бер һүҙҙән булып был йүнәлештә эшләһә, бала матур тәрбиә аласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған педагог Клара Абдуллина. «Халыҡ педагогикаһы — ысын хазина» исемле үҙенең китабынан өҙөктәр килтерҙе.

Мәғариф ветераны, 40 йылдан ашыу балалар уҡытҡан Фәүҡинур Сафина үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

— Тәрбиә — бик ҡатмарлы, күп көс талап иткән ауыр хеҙмәт. Бала һинең көҙгөләге сағылышың. Туҡта әле, тәрбиәләп алайым тигән маҡсатты туранан-тура тормошҡа ашырып булмай. Хатта кире эҙемтәләргә килтереүе лә ихтимал. Был бик оҙайлы процесс, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн кинәйә менән эш итергә кәрәк. Тәүге һәм төп тәрбиәне бала ғаиләлә ала, һуңынан мәктәп менән ғаилә берлектә эшләгән саҡта ғына нәтижә буласаҡ, — тине Фәүҡинур Сәлмән ҡыҙы.

Ололарҙы ихтирам итеү, ғаиләлә атай абруйын күтәреү, ата-әсә фатихаһын алыу, уларҙы рәнйетмәү — милләтебеҙҙең алтын мираҫы булған әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләрен юғалтмай, йәштәргә еткереү кәрәклегенә баҫым яһаны ул.

Оҙаҡ йылдар балалар һаулығы һағында торған, әллә нисә быуын сабыйҙарҙы йылы һүҙҙәре, шифалы ҡулдары менән дауалаған педиатр Зилә Насирова тәрбиәне бала ҡарында ятҡанда уҡ башлау мотлаҡ, йән эйәһе яҡты донъяға үҙен кәрәк булыуын тойоп тыуһын тине.

— Баланың күңеле бөтөн булһа ғына ул бар яҡтан камил, һау-сәләмәт булып үҫәсәк. Шуға һөйөүегеҙҙе йәлләмәгеҙ, әлдән-әле арҡаһынан һөйөп, башынан иркәләп тороғоҙ. Баланың ата-әсәһе янындағы мәл — ҡыҫҡа арауыҡ ҡына. Әсәйҙәр ҡыҙҙарына серҙәш, әхирәт булһын, атайҙар улдарына бар яҡтан өлгө бирһен.

«Йәйғор» халыҡ театры режиссеры Илүзә Шәйәхмәтова тәрбиә эшендә мәҙә-ниәттең әһәмиәте ҙурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып сығыш яһаны. Гимназияның ата-әсәләр комитеты рәйесе Динара Сафиуллина тәрбиәүи темаға фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Белем усағының ансамблдәре ҡунаҡтарға һәм әсәләргә үҙҙәренең дәртле, ялҡынлы йыр-бейеүҙәрен бүләк итте.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: