+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Апрель 2019, 17:05

Туған телде уҡытыуҙағы төп мәсьәләләр буйынса

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезын ҡаршылап, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡор йыйҙы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезын ҡаршылап, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡор йыйҙы.

Туған телде һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереүгә бәйле мөһим һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙы район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов сәләмләне. Ул районда «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы закон нигеҙендә башҡорт телен уҡытыу һәм туған телдә уҡытыу буйынса мәғариф системаһында һөҙөмтәле эштәр башҡарыла, мәктәптәр юғары белемле һәм квалификациялы, үҙ эшенең оҫтаһы булған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән тәьмин ителгән тине һәм, ғөмүмән алғанда, Әбйәлилдә башҡорт халҡының милли йолаларын, традицияларын тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса ҙур эштәр алып барылыуын билдәләне. Әйтәйек, беҙҙең ерлектә барлыҡҡа килгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы хәҙер бөтә республикала киң ҡолас алды. Халыҡты сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыуға өндәгән, тәрбиә эшен рухи-мәҙәни ҡиммәттәр нигеҙендә маҡсат иткән «Сәләмәт ауыл» конкурсы бөтә районды үҙ ҡанаты аҫтына ылыҡтырып килә. Туған телебеҙҙә донъя күргән дубляж булмаған үҙ аллы район баҫмаһы ла ерлектә телебеҙҙе һәм милли мөхитте һаҡлауҙа оло терәк булып тора, тине Раян Баян улы. Тик 88 процент башҡорттар йәшәгән районда «Осҡон»доң тиражы ни бары 2600 дана булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, гәзиттең һәр йортҡа барып етмәүенә, республиканың башҡа милли матбуғат баҫмалары менән дә хәл шул кимәлдә булыуына борсолоу белдерҙе.

Ташбулаттан «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы хеҙмәткәре Х. М. Баязитова «Тел тәрбиәһе — нигеҙ ташы» темаһына сығыш яһаны. Мәғлүм булыуынса, «Шатлыҡ»та һәм Асҡарҙың «Миләш» балалар баҡсаһында БР Мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы күҙәтеүе аҫтында инновацион тәжрибә майҙансыҡтары булдырылып, тәрбиәүи эш «Балалар баҡсаһында сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәрен халыҡ йолалары аша формалаштырыу» йүнәлешендә алып барыла. Хәлиҙә Муса ҡыҙы инновацион эшмәкәрлек телде өйрәнеүгә, туған телдә телмәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеүенә баҫым яһаны.

Яңыраҡ уҙған «Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2019» бәйгеһенең «Уҡытыусы оҫта» номинацияһына һәм бөйөк педагог В. Сухомлинскийҙың «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалына лайыҡ булыусы Т. Кусимов исемендәге гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы И. Н. Истамғәлин конкурстың һуңғы «Министр һәм мәғариф сәйәсмәндәре түңәрәк өҫтәле» этабында алда торған нәҡ ошо съезд буйынса фекер алышыуҙарын, ябай уҡытыусыларҙың министрлыҡ вәкилдәренә эшлекле тәҡдимдәр еткереүен бәйән итте. Үҙенең эш тәжрибәһенән Илгиз Наил улы башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡанда ниндәй мәсьәләләргә осрауын билдәләне:

— Телде өйрәнеү балалар баҡсаһынан башланырға, ә туған телгә һөйөү бала тыуғандан ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш. Бөгөнгө көндә балаларҙың башҡортса телмәре үҫешмәгәнлеге, ике телде болғап һөйләшеүе күҙәтелә. Беренсе класҡа килгән уҡыусы русса аралаша икән, туған телен ҡабул итә алмай, ошо сәбәпле башҡорт теле дәресен дә үҙһенмәй, — тине ул.

Коллегаһы күтәргән күсәгилешлелек мәсьәләһенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе, гимназия уҡытыусыһы А. Р. Муллахмәтова башҡорт телен уҡытыуҙағы көнүҙәк проблемалар буйынса уйландырғыс сығышында ла туҡталып үтте:

— 5-се кластарҙы алғас, иң аптыратҡаны — уҡыусыларҙың туған телен өйрәнергә теләмәүе, уны яратмауҙарын асыҡтан-асыҡ күрһәтеүе. Был балалар баҡсаһында, башланғыс кластарҙа тейешенсә эшләп еткермәү һөҙөмтәһе. Бала телде ни тиклем иртә өйрәнә башлаһа, шул тиклем эш һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Бәләкәстәргә баҡсала башҡорт уйындары, байрамдар, түңәрәктәр үткәреү кәрәктер тип уйлайым. Ә башланғыс кластарға килгәндә сәғәттәр һаны әҙ тип, башҡорт теленең методикаһын бөтөнләй белмәгән уҡытыусылар уҡыта. Күрше Татарстан Республикаһында, мәҫәлән, балалар баҡсаларында дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса махсус программа бар, татар телен белмәгән тәрбиәселәр өсөн курстар үткәреү ҡаралған, — тине бәкәлгә һуҡҡан төп мәсьәлә тураһында.

Альбина Ринат ҡыҙы интернет селтәрендә башҡорт теле тирәләй барған ҡыҙыу бәхәстәр тураһында ла бер кәлимә фекер әйтте. Бер төркөм кешеләр мәктәптәрҙә башҡорт телендә тәрбиә һәм белем биреүҙе һаҡлап ҡалыу, үҫтереүҙе яҡлап сыҡһа, икенселәр бөтөнләй кәрәкмәй тигән ҡарашта һәм улар башлыса ата-әсәләр. Туған тел менән БДИ тапшырып булмай тигән ҡарашта улар. Башҡорт телен уҡытыу кәрәкме, уны өйрәнеүҙең киләсәктә файҙаһы бармы — ошондай һорауҙар менән ата-әсәләр Мәғариф министрлығына ла йыш мөрәжәғәт итә. Иң әсендергәне: икеләнеү нәҡ үҙебеҙҙең башҡорттарҙа тыуа, башҡа милләт вәкилдәренән нимә көтәһең инде? «Дәүләт имтихандарына әҙерлек башҡорт теле иҫәбенә башҡарылырға тейеш түгел. Беҙ балаларҙы берҙәм дәүләт имтиханы өсөн генә уҡытабыҙмы, әллә юғары мәҙәниәтле, бер нисә тел, шул иҫәптән республикабыҙҙың икенсе дәүләт телен дә белгән, тормошта үҙ урынын таба алырҙай, йәмғиәткә файҙа килтерерҙәй шәхес тәрбиәләйбеҙме?» – тигән һорау менән А. Р. Муллахмәтова коллегаларын эште ата-әсәләр менән бергә ойошторорға, дәрестәрҙе заман технологиялары ярҙамында ҡыҙығыраҡ итеп үткәрергә, бөгөнгө башҡорт теле уҡытыусыларына лайыҡлы алмаш үҫтерергә өндәне.

Урал аръяғының «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһына ҡараған райондың «Йәйғор» әҙәби берекмәһе етәксеһе З. Ә. Кашапова Әбйәлилдә башҡорт телен өйрәнеү, уны һаҡлау һәм үҫтереү, әҙәби алмаш әҙерләү буйынса тәҡдимдәрен әйтте. Белем усаҡтары һәм «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы араһында тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу, ижади бәйгеләр ойоштороу, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү, йәш ҡәләм тирбәтеүселәр һәм хәбәрселәр өсөн ижади түңәрәктәр эшен йәнләндереү, йәш ижадсыларҙы әҙәби ойошма ағзалары, яҡташ яҙыусы-шағирҙар менән осраштырыу зарур, тине Зөһрә Әғмәл ҡыҙы.

Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе В. Ә. Илһамов Әбйәлилдә туған тел һағында рухи ҡалҡан булырҙай телһөйәр уҡытыусылар тороуын билдәләне, уларҙың һөнәри үҫеш юлындағы ҡаҙаныштарын, бай тәжрибәһен ыңғай баһаланы И. М. Билалова (Ташбулат), Г. Ш. Замалитдинова (Атауҙы), И. Н. Истамғәлин, Ф. Ә. Кайниева (гимназия) ҡоролтайҙың рәхмәт хаттарын алды.

Район мәғариф бүлегенең мәғлүмәти-методик үҙәк директоры Р. М. Сафина бөгөнгө ҡорҙоң көнүҙәклеген билдәләне. Балаларҙы рухи һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүгә, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға тос өлөш индергән, методик хеҙмәт менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән уҡытыусыларҙы — Г. В. Солтанова (Красная Башкирия), А. К. Уйылданова (Сиҙәм), В. М. Хөсәйенованы (Рәхмәт) маҡтау грамотаһы, Р. С. Харисова, Л. С. Абдрахманова, З. Р. Ғәлләмова (1-се Асҡар), А. С. Шәрәфетди-нова, А. Р. Муллахмәтова, Р. Ф. Баймырҙинаны (гимназия) рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Башҡорт теле уҡытыусылары ҡороноң резолюцияһы ҡабул ителде, уның буйынса фекер алышылды. Сара һуңында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезына делегаттар һайланды. Мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова етәкселегендәге делегация составында мәғлүмәт-методик үҙәк методисы З. В. Ниғмәтова, Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусылары А. Р. Муллахмәтова, И. Н. Истамғәлин, 1-се Асҡар мәктәбенән Р. С. Харисова, Байымдан Ә. Б. Абдрафиҡова, Хәлилдән Р. И. Өмөтҡужин, Ташбулаттан «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы мөдире А. Р. Ишкилдина 10–12 апрелдә баш ҡалала уҙасаҡ мөһим съезда ҡатнашасаҡ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: