+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Апрель 2019, 12:42

Башҡорт теленең киләсәген хәстәрләп

10–12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы уҙҙы.

10–12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы уҙҙы. Ул башҡорт телен үҫтереүҙе, милли мәғарифҡа бәйле һорауҙарға яуап эҙләүҙе, фәнни-методик һәм инновацион алымдар тураһында фекер алышыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Сарала республика мәктәптәре остаздарынан тыш, Рәсәйҙең 12 төбәгенән вәкилдәр, депутаттар, ҡала һәм район мәғариф идаралығы етәкселәре ҡатнашты. Съезда ҡатнашыусы 700-ҙән ашыу делегат араһында Әбйәлилдән башҡорт теле яҙмышы өсөн битараф булмаған 8 мәғариф хеҙмәткәре лә булды. Делегацияны район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова етәкләне. Уларҙан форумдың нисек үтеүе, ниндәй маҡсаттар билдәләүе, әһәмиәтлелеге тураһындағы фекерҙәре һәм тәьҫораттары менән бүлешеүҙәрен һораныҡ.

Ә. Б. Абдрафиҡова, Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы:

— Съезд тәүгеһе булыуға ҡарамаҫтан, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Сөнки оло ҡорға йыйылып, уҡытыусыларҙы борсоған һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшеү зарурлығын заман үҙе үк талап итте. БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Ф. Хәбировтың съезд эшендә ҡатнашыуы сараның бәҫен бермә-бер арттырҙы, уның, бер ниндәй ҡағыҙға ҡарамай, башҡортса сығыш яһауы ғорурлыҡ уятты. Аҙнаға бер тапҡыр булһа ла, оперативкаларҙы республикабыҙҙа дәүләт теле статусына эйә башҡорт телендә үткәрергә вәғәҙәләүе, быны башҡа етәкселәрҙән дә талап итәсәге тураһындағы фекерен хуплайым. Башлыҡ халҡыбыҙҙың булмышы, мәҙәниәтенең нигеҙе булған туған телебеҙҙе уҡытыуҙы кешеләр үҙҙәре теләп өйрәнерлек кимәлгә күтәреү кәрәк, башҡортса һөйләшеү модала, уҡытыу методикаһы ҡыҙыҡлы булырға тейеш тине. 2024 йылға тиклем республикала 12 лингвистик мәктәп асыласағы, шуларҙың берәүһе Әбйәлилдә буласаҡ тиеүе шатландырҙы.

Съездың төп өлөшөндә 50-гә яҡын уҡытыусы хөрмәтләнде. Министрлыҡ наградалары, ҡоролтайҙың рәхмәт хаты һәм «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалдары тапшырылды.

Бүләкләнеүселәр иҫәбендә үҙемдең исемем яңғырауы, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы А. В. Хажин ҡулынан БР-ҙың мәғариф алдынғыһы билдәһен алыуым көтөлмәгән бүләк һәм мәғариф системаһындағы 30 йыллыҡ хеҙмәтемә юғары баһа булды.

Р. С. Харисова, 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы:

— Ғөмүмән, мәртәбәле йыйында ҡатнаштыҡ. Бик күп мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары өйрәнелде, сит өлкә-республикаларҙың туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү буйынса эш тәжрибәһе бүлешелде.

Съездың беренсе көнөндә делегаттар дүрт маршрутҡа бүленеп, баш ҡаланың башҡорт мәктәп-гимназияларына сәйәхәт ҡылды. Миңә икенсе маршрут буйынса М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында булырға тура килде. Матур ҡаршы алдылар, экскурсия үткәрҙеләр. Ҡала мөхитендә башҡортлоҡ рухы бөркөлөп торған белем усағы булыуы, лицейҙың, уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүе миндә ғорурлыҡ менән бергә сәләмәт сәм уятты. Ошонда уҡ алдынғы уҡытыусылар дәрес бирҙе, оҫталыҡ кластары күрһәтте. Көндөң икенсе яртыһында «БР Милли мәғарифы үҫеше концепцияһы»на һәм «Рәсәй Федерацияһында туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы»на инновацион ысулдар индереүгә проекттар тәҡдим итеү буйынса форсайт-сессиялар ойошторолдо. Бында һәр делегат үҙ фекерен әйтеү форсатына эйә булды.

Икенсе көндә «Торатау» конгресс-холында пленар өлөш уҙҙы. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров башҡортса сығыш яһауы менән башҡа чиновниктарға өлгө күрһәтте. Башҡортостанда етәксе вазифа биләүселәр башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һанларға, уны аңлау кимәлендә булһа ла белергә тейеш, тигән фекерҙәмен.

Өсөнсө көндә фекер алышыу майҙансыҡтарында эшләнек. Беҙҙең етенсе майҙансыҡта ҡатнашыусы Ҡазан федераль университетының дөйөм тел ғилеме кафедраһы доценты Ҡ. С. Фәтхуллованың Татарстанда туған телде һаҡлау һәм үҫтереү дәүләт кимәлендә тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләүен һоҡланып тыңланым. Төбәктә 1994 йылдан башлап дәүләт программаһы эшләй, тине Ҡәҙриә Сөнәғәт ҡыҙы. Ошо программа сиктәрендә университетҡа донъяуи фәндәрҙән татар телендә белем бирәсәк уҡытыусылар әҙерләү маҡсатында 120 студент ҡабул ителгән, уларға ай һайын 15 мең һум күләмендә стипендия түләнә. Беҙҙе тетрәндергән, борсолдорған туған телдең юғала барыуы мәсьәләһе, төптән уйлағанда, ата-әсәләрҙә лә, туған тел уҡытыусыһында ла түгел бит. Ә әсә телендә математика, физика, химия һәм башҡа фәндәрҙе уҡыта алырҙай кадрҙар булмауында. Татар ҡәрҙәштәребеҙ быны күптән аңлап, үҙ телдәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында дәүләт программаһын бойомға ашыра. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы А. В. Хажин Татарстан Республикаһының иғтибарға лайыҡлы милли сәйәсәтен министрлыҡ белгестәре менән барып өйрәнергә кәрәк, тип билдәләне. Әйткәндәй, әлеге программа буйынса Татарстанда дәүләт эшмәкәрҙәрен татар теленә өйрәтеү курстары ойошторолған һәм был тәжрибә Башҡортостанда ла индерелһә, бик яҡшы булыр ине.

Съезға икеләнеү тойғолары менән барһам, дәртләнеп ҡайттым. Туған телебеҙ хөкүмәт кимәлендә яҡлау тапһа, уның үҫешенә аяҡ салыусы кәртәләрҙе бөтөрөү ҡыйын булмаҫ.

З. В. Ниғмәтова, район мәғариф бүлеге методисы:

— I съезд йомғаҡтары буйынса туған телебеҙҙең абруйын күтәреү, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү, башҡорт теле дәрестәрен яҡлау, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса мөһим ҡарарҙар тормошҡа ашырылыр, тигән өмөттәмен.

Юғары вәкәләтле кешеләрҙең трибунанан яңғыраған башҡорт телен уҡытыу методикаһын камиллаштырыуға, электрон әсбаптар һәм интерактив, интернет-технологиялар ҡулланып уҡытыуҙы ҡыҙыҡлы һәм нәтижәле итеп ойоштороуға иғтибар йүнәлтеләсәк, тигән һүҙҙәре һис шикһеҙ елгә осмаҫ. «Ҡанатлан!» проекты сиктәрендә «Интерактив башҡорт теле» модуле барлыҡҡа киләсәк. Башҡорт, рус, инглиз телен тәрәндән өйрәнеү буйынса булдырыласаҡ 12 лингвистик белем усағының өсәүһе генә райондарҙа, шул иҫәптән берәүһе Әбйәлилдә асыласаҡ. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға бүленгән сәғәттәрҙе кәметеүгә юл ҡуйылмаясаҡ, уҡытыусыларҙы иң ныҡ хафаландырған биш көнлөк уҡыу режимына күсеү туған тел дәресе иҫәбенә башҡарылмаясаҡ, тип ышаныслы әйтелгән һүҙҙәрҙән күңел үҫте. Телде өйрәнеүҙә күсәгилешлелек мәсьәләһе лә иғтибарға алынды. Мәктәптәрҙә көндөҙгө ял лагерҙарын «Йәйләү» программаһы буйынса ойоштороу зарурлығы хупланды. Тел һағына ғаилә, балалар баҡсаһы, мәктәп, ҡоролтай, йәмәғәтселек, дәүләт органдары берҙәм күтәрелһә, һөҙөмтә буласаҡ.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәренә БР Башлығы премияһы күләме арттырылыуы уҡытыусылар өсөн ҙур стимул. Бынан тыш, иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларына Башҡортостан Хөкүмәте премияһын 100 мең һумға тиклем күтәреү күҙаллана. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада һәм республика «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе еңеүселәренә төбәк Башлығының махсус премияһы булдырыла. Премияның күләме 50 мең һум буласаҡ, уны 20 уҡыусыға тапшырыу ниәтләнә. Төбәк-ара олимпиадала еңеү яулаған уҡыусыларға, башҡорт теленән БДИ тапшырыусыларға юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар биреү тормошҡа ашырыласаҡ.

И. Н. Истамғәлин, Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы:

— «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы–2019» төбәк-ара конкурсында ҡатнашыуымдың дауамы итеп Мәғариф министрлығынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезында ҡатнашыуға саҡырыу алдым. Съезды асыу тантанаһынан һуң делегаттар Өфө мәктәптәренә юл алды. Мин Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаты маршрутында ҡатнашыусылар алдында оҫталыҡ дәресе күрһәттем һәм форсайт-сессияла модератор ярҙамсыһы булдым.

Съездың һуңғы көнөндә ете йүнәлеш буйынса аралашыу майҙансыҡтары эшләне. «Туған башҡорт теле» тип нарыҡланған беренсе майҙансыҡта «Этно-мәҙәни шәмбе. Тел һәм мәҙәниәт» темаһына сығыш яһаным. Майҙансыҡта күтәрелгән дүрт төп тәҡдимде Республика Башлығы иғтибарына еткереү бурысы миңә йөкмәтелде. Радий Фәрит улы менән йәнәш ултырып аралаштым, коллегаларымдың, ата-әсәләрҙең тәҡдимдәрен еткерә алдым.

А. Р. Муллахмәтова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе рәйесе:

— Башҡортсаға тәржемәһендә киләсәкте күҙаллау тигәнде аңлатҡан форсайт-сессияла командабыҙҙағы 4 кеше сит тарафтарҙан — өсәүһе Мәскәүҙән, берәүһе Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл гвардия районынан булды. Башҡортостандан икәү — мин һәм Йылайыр районынан бер мәктәп директоры инек. Мәскәүҙән килгән йәштәр киске мәктәп формаһында клубтар булдырып, илдең баш ҡалаһы башҡорттары өсөн туған телде һәм башҡорт мәҙәниәтен уҡытыуҙы ойошторһа, Силәбенең башлыса урыҫтар йәшәгән районында башҡорт теле уҡытылған берҙән-бер мәктәп бар икән. Туған тел унда кластан тыш дәрес булараҡ аҙнаға бер сәғәт уҡытыла, киләһе уҡыу йылынан өс сәғәткә күсәсәкбеҙ, тип һөйөнөслө яңылығы менән бүлеште Силәбе уҡытыусыһы. Ул Башҡортостанда башҡорт телен уҡытыу кәрәкме-юҡмы тигән һорау килеп тыуыуына, ата-әсәләрҙең ғариза яҙыуына ғәжәпләнде. Башҡорт илендә башҡорт теленең шундай түбәнселеккә төшөүе өсөн беҙгә оят. Сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙә милли үҙаң тойғоһо көслөрәк.

Съезда беҙҙе борсоған ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Был әһәмиәтле тарихи ваҡиға йылдар буйы көтөп алынды һәм ул башҡорт теле уҡытыусыларының артабанғы эшенә ҡеүәтле этәргес буласаҡ. Туған телдең мәртәбәһен, уны уҡытҡан уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү буйынса республика Хөкүмәте кимәлендә иғтибар буласағын ишетеп ҡыуандыҡ. Телебеҙҙе өйрәнеүгә, үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе саралар планы үҙебеҙҙең район кимәлендә лә раҫланһын, эшләһен ине тигән теләгем бар. Йыл һайын уҡытыусылар көнөндә төрлө фәндәр буйынса «йыл уҡытыусылары» билдәләнә, әммә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ниңәлер ул иҫәптән ситтә ҡала. Һөҙөмтә эшләгән уҡытыусыларға район үҙенең премияһын булдырһа, был бүтәндәрҙе лә дәртләндерер ине. Сөнки юғары нәтижәләргә йыл һайын бер үк уҡытыусылар өлгәшә. Әбйәлилдә башҡорт КВН-ы юҡ, уны тергеҙеү, мәктәптәрҙә кластан тыш сараларҙы башҡортса үткәреү зарур. Юғиһә, башҡорт ауылдарында ла урыҫлашыу популярлаша. Башҡорт википедияһы ирекле интернет энциклопедияһында Әбйәлил районының айырым порталын булдырыу буйынса ла эшләр кәрәк.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА яҙып алды.
Читайте нас: