+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2019, 14:27

Бөйөк Еңеү өсөн 100 балл

Район белем усаҡтары «Еңеү өсөн 100 балл» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

Район белем усаҡтары «Еңеү өсөн 100 балл» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

Тәүге тапҡыр 2015 йылда Санкт-Петербург ҡалаһының 56-сы гимназияһында үткәрелгән акция Рәсәй кимәлендә танылыу таба. Ул дәүләт һынауҙары алдында торған юғары класс уҡыусыларын БДИ-ны яҡшы һөҙөмтәләргә тапшырған кисәге уҡыусылар — бөгөнгө студенттар менән осраштырып, улар менән тәжрибә бүлешеүҙән, кәңәш-төңәш итеүҙән, психологик яҡтан әҙерләүҙән ғибәрәт.

Акция Ишҡол урта мәктәбендә башланғыс алды. Артабан бындай сара һәр белем усағында уҙғарылырға тейеш. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығындағы йәнле әңгәмәгә ишҡолдарҙан тыш, Хәлил, Әбделмәмбәт мәктәптәренән дә 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары йәлеп ителде.

Әбйәлил уҡыусылары БДИ-ла мөмкин тиклем юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, белем эстәүҙәге был еңеүҙәрен бөйөк Еңеүгә бағышлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Төп тема буйынса һөйләшеүгә күсмәҫ элек, яҡынлашып килгән 9 Май айҡанлы, «Георгий таҫмаһы» акцияһы сиктәрендә сарала ҡатнашыусыларға хәтер һәм хөрмәт таҫмалары тағылды, уның барлыҡҡа килеү тарихы, таҫманы дөрөҫ итеп ҡаҙау тәртибе тураһында буклеттар таратылды.

— Тырышып уҡырға бөгөн бөтә шарттар ҙа бар. Тыныс, иркен, мул тормошобоҙ өсөн йәнен-тәнен аямай һуғышҡан, беҙгә яҡты киләсәк бүләк иткән олатайҙарыбыҙ алдында бурыслыбыҙ. Әйҙәгеҙ, рәхмәтебеҙҙе изге эштәр, һеҙ, үҙ сиратығыҙҙа, яҡшы баһалар, менән күрһәтәйек. БДИ-ла 100 балға ирешеү мөмкин булмаҫтай эш түгел, — тине мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова.

Район мәғариф бүлегенең берҙәм дәүләт имтихандары буйынса муниципаль координаторы Ә. Р. Фәттәхова, Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙының һүҙҙәрен ҡеүәтләп, 2014 йылда Салауат мәктәбе уҡыусыһы Гүзәл Хамматованың география фәненән БДИ-ны 100 балға тапшырыуын әйтте. Һуңғы өс йылда районда йомғаҡлау һынауҙарын юғары балдарға тапшырыусыларҙың арта барыуы күҙәтелеүен, 2016 йылда — 12, 2017 йылда — 26, былтыр 31 уҡыусының рус теле, профилле математика, информатика, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле, физика, химия фәндәренән юғары баһаға лайыҡ булыуҙарын билдәләне.

— Акцияның Ишҡол урта мәктәбендә башланғыс алыуы осраҡлы түгел. Йыл һайын был белем усағын тамамлаусылар рус теленән БДИ-ны яҡшы тапшыра. Былтырғы уҡыу йылында ла сығарылыш класс уҡыусылары юғары һөҙөмтәләре менән ҡыуандырҙы. Бер уҡыусы ла БДИ-ны 60 балдан кәм баһаға эшләмәне, класс буйынса уртаса күрһәткес 75 балл булды. Туғыҙ уҡыусының дүртәүһе юғары белем ҡеүәһен күрһәтте: Ләйсән Ғибәҙәтова — 91, Юламан Мөхәмәтдинов — 85, Әлиә Мофаззалова һәм Элиза Ҡотоева 82-шәр балл йыйҙы, — тине Әсмә Раил ҡыҙы.

Ишҡол урта мәктәбенең уңыш серҙәре тураһында директор А. Р. Махийәнов, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З. Р. Әбдрәхимова һөйләп уҙҙы.

Сарала 2006 йылда Ишҡол мәктәбен тамамлаған йәш етәксе — район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы А. Р. Фәттәховтың ҡатнашыуы, шәхси үҫеш баҫҡыстары тураһында бәйән итеүе фәһемле булды. Айтуған Рамаҙан улы (һүрәттә) өсөн хыял тигән төшөнсә юҡ, ул пландар ҡора һәм маҡсатына ирешмәй ҡалмай. Был күркәм һыҙатты ул үҙендә мәктәп йылдарында уҡ тәрбиәләгән. Уҡыусы ғына килеш дәрестән һуң Асҡарға йөрөп уҡып, водитель курстарын тамамлаған һәм 18 йәшендә танытма алған, 11-се класта йәнә район үҙәгендә математика, физика буйынса репетиторҙарҙа шөғөлләнгән, юл йөрөүҙән ялҡып киткән саҡтарында маҡсатынан кире сикмәгән. Етди әҙерлек менән дәүләт имтихандарын еңел тапшырған, юғары уҡыу йортонда уҡып китеүе ҡыйын булмаған. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының механика факультетында уҡыу менән бер рәттән Әбйәлил йәштәре берлеген етәкләгән, социаль проекттары менән халыҡ-ара кимәлдәге форумдарҙа ҡатнашҡан. Үҙен һәр яҡтан күрһәткән эшлекле, әүҙем егетте диплом алғас район хакимиәтенә эшкә саҡырғандар. Әммә ул әле күтәрелгән бейеклеген сик түгел тип, артабан үҫешеүҙе маҡсат итә.

— БДИ — һеҙҙең ҡулдағы ҡеүәтле инструмент. Уның менән дөрөҫ файҙалана белһәгеҙ, илдең иң абруйлы уҡыу йорттары студенты булыу мөмкинлегенә эйәһегеҙ. Ваҡытығыҙҙы бушҡа сарыф итмәгеҙ, уҡығыҙ, әҙерләнегеҙ, сит телдәр үҙләштерегеҙ, — тип кәңәш итте ул йәш замандаштарына.

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла I курста уҡыусы Ләйсән Ғибәҙәтова берҙәм дәүләт имтиханында нисек юғары балға ирешеүе тураһында һөйләне. «Бының сере юҡ, бары тик маҡсатлылыҡ һәм ныҡлы әҙерлек кәрәк», — тине ул. Ләйсән былтырғы уҡыу йылында дәрестәрҙә һәм консультацияларҙа рус теленән өс БДИ-ға әҙерлек йыйынтығын эшләп бөтөүҙәре, 130 тест башҡарыуҙары, 120 инша яҙыуҙары, бынан тыш өйҙә лә даими шөғөлләнеүҙәре тураһында һөйләне.

«Имтихандан ҡурҡырға ярамай, ә әҙерләнергә кәрәк. Шул уҡ тестарҙы көн дә мәктәптә, өйҙә эшләйһегеҙ. Айырма шунда: был көндә яҙмышығыҙ хәл ителә, бында хаталаныу, белмәү киләсәккә хыялдарығыҙҙы селпәрәмә килтереүе ихтимал. Хистәрегеҙҙе йоҙроҡҡа төйнәп, аҡылығыҙ менән идара итегеҙ», — тине рус теленән БДИ-ны 91 балға эшләгән БДУ-ның II курс студенты Рәзилә Йәмилхина.

Былтыр Ишҡол мәктәбен миҙалға тамамлаған шәп ҡыҙҙарҙың береһе — Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Элиза Ҡотоева ла сығарылыш класс уҡыусылары алдында сығыш яһарға тип ҡайтып төшкәйне. «Беҙ уҡытыусыбыҙҙан уңдыҡ. Ул талапсан, тырыш кеше. Зарема Рәхмәт ҡыҙы һәр ваҡыт һеҙҙең хәлегеҙҙән килә, тип үҙ көсөбөҙгә ышандырҙы, имтиханды нисек тапшырырмын икән, тигән уйҙарыбыҙҙы таратты, төплө әҙерләнгәс, БДИ-ла психологик көсөргәнеш тойманыҡ», — тип уҡытыусыһына рәхмәтен белдерҙе.

БДИ-ның «утын-һыуын» кисеп, уның һөҙөмтәләре буйынса абруйлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән Ишҡол егеттәре — ике йыл элек Мәскәү дәүләт авиация университетын тамамлаған, әлеге мәлдә Өфөлә эшләп йөрөүсе Айҙар, Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенты Заһир Тимерйәновтарҙың сығыштарын да уҡыусылар ҡыҙыһынып тыңланы. Егеттәр шаулы студент тормошо тураһында һөйләп үтте, икеһе лә «Әбйәлил йәштәре» ойошмаһының ойоштороу комитетында ағза булып тора икән.

Артабан сығарылыш класс уҡыусылары менән район мәктәптәре психологтары эшләне. «100 балл йыйыу — мөмкин!» тигән психологик уйын ойошторолдо.

Акцияла ҡатнашыусы һәр уҡыусыға имтиханды уңышлы тапшырыуға ярҙам иткән кәңәштәр тупланған буклеттар бирелде.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: