+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2019, 11:44

Ысын һалдаттар кеүек

1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары көн һайын мәктәп эргәһендәге стадионда сафҡа теҙелеп, марш менән йөрөү серҙәренә төшөнә.

Бөйөк Еңеү көнөнә арналған Парад Асҡарҙа һәр саҡ юғары кимәлдә үтә. Йыл һайын унда ҡатнашыусылар һаны арта. Янғын һүндереү часы, курсанттар, хоҡуҡ һаҡсылары, хәрби-патриотик клубтар ағзалары йыл һайын тигеҙ сафтар менән майҙандан үтһә, һуңғы осорҙа улар рәтенә запастағы хәрбиҙәр — сик буйы һаҡсылары, локаль хәрәкәттәр ветерандары ҡушылыуы ҡыуаныслы.

1-се Асҡар урта мәктәбе лә парадтан ситтә ҡалмай. «Ягуар» хәрби-патриотик клубы егеттәре обелискыға сәскәләр һалыуҙа почетлы ҡарауыл ролен үтәй, байраҡ менән үтеүсе махсус төркөм дә бар. Быйыл өлкәнерәк ағайҙары янына «Юнармия» хәрәкәте сафына ингән үҫмерҙәр ҙә ҡушылмаҡсы. Әлеге мәлдә улар көн һайын мәктәп эргәһендәге стадионда сафҡа теҙелеп, марш менән йөрөү серҙәренә төшөнә. Һалдаттарса төҙ, тигеҙ һәм ныҡлы итеп атларға, сафты тоторға, байраҡты нисек алып барырға уларға инструкторҙары — тарих уҡытыусыһы Денис Сәлихов менән йәмәғәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса уҡытыусы Рәфис Усманов төшөндөрә.

— Маршировкалауға 7, 8, 9,10 һәм 11-се кластар уҡыусылары йәлеп ителде. 24-шәр кешенән торған 3 коробка ҡуйырға ниәтләйбеҙ, — тип һөйләне Рәфис Рамаҙан улы. — Байраҡ менән үтеүсе ике төркөмдө билдәләгәнбеҙ, уларға яуаплы итеп 8-се кластан Илмир Сафиуллин тәғәйенләнде. Үҫмерҙәрҙән тыш, ҡыҙҙар ҙа ҡатнашасаҡ Еңеү парадында. Ҡыҙҙар диңгеҙ флоты әләмен тотоп, ошо тематикала кейенһә, үҫмерҙәр һәм юнармеецтар һалдат формаларында, «Ягуар» хәрби-патриотик клубының һәм Рәсәй Федерацияһы флагын тотоп атлаясаҡ. Көндән-көн аҙымдары тигеҙләнә, үҙҙәрен тотоштары тотороҡлана бара, алдағы йылдарҙа парадта ҡатнашҡан егеттәр бәләкәйерәктәренә дөрөҫ атлау серҙәрен өйрәтә. 9 май еткәнсе дәрестәрҙе дауам итәсәкбеҙ һәм Бөйөк Еңеү көнөнә арналған парадҡа лайыҡлы өлөш индерербеҙ, тип ышанам.

Резеда ХӘСӘНОВА.


Читайте нас: