+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Май 2019, 13:00

Иң яҡшыларға — стипендия

Районда 18-се тапҡыр уҡыу алдынғылары тәбрикләнде.

Районда 18-се тапҡыр уҡыу алдынғылары тәбрикләнде.

Гел «бишле» билдәләренә өлгәшкән, төрлө кимәл предмет олимпиадаларында призлы урындар яулаған, спортта ал бирмәгән, күкрәктәренә ГТО билдәләрен таҡҡан, мәғлүмәт технологиялары менән оҫта идара иткән, сит телдәрҙе үҙләштергән, ижади бәйгеләрҙә еңеп сыҡҡан һәләтле 13 уҡыусы район хакимиәте башлығының стипендияһына лайыҡ булды, 20 уҡыусы премия менән дәртләндерелде. Шулай уҡ ағымдағы уҡыу йылында республика олимпиадаларында юғары һөҙөмтә күрһәткән 14 призер бүләкләнде.

Отличниктар слетында ҡатнашыусы уҡыусыларҙы район башлығы И. Т. Нафиҡов сәләмләне:

— Һеҙҙең йөҙөгөҙҙә Әбйәлилдең киләсәген, буласаҡ етәкселәрҙе күрәм. Сөнки һеҙ мәктәп партаһы артында уҡ тырышлығығыҙ менән алдыраһығыҙ, белем алыуҙа юғары ҡаҙаныштарға өлгәшәһегеҙ, яҡты киләсәккә юл яраһығыҙ. Һеҙ — иң яҡшыларҙың яҡшылары, районы-быҙҙың алтын фонды. Был тантанала ҡатнашыуыма, һеҙҙе шәхсән күреүемә ихлас шатмын, — тип йәш быуынды ҙурлап тәбрик итте Илдар Таһир улы һәм һәләтле балалар тәрбиәләүгә көсөн, сабырлығын йәлләмәгән ата-әсәләргә, уҡытыусыларға айырым рәхмәтен белдерҙе.

Йәш йөрәктәрендә күпме ғәм йөрөткән, арыҡ иңдәрендә уғата ҙур яуаплылыҡ тойғоһон күтәргән, ошо арҡала күп ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусыларҙың уңыштарын барлағанда тантанала ҡатнашыусы һәр ата-әсә сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер, моғайын. Район башлығы стипендияһына лайыҡ булыусылар араһында йылдағыса Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынан да бер студент тәбрикләнде.

Уҡыу алдынғылары исеменән Амангилде мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы, район башлығы стипендиаты Әлиә Өмөтҡужина сығыш яһаны. Бөгөн тапшырылған наградаларҙа үҙҙәре уҡыған белем усағының, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең дә өлөшө ҙур булыуын баһаланы аҡыллы ҡыҙ.

Ата-әсәләр исеменән Гусевканан Рамил Арғынбаев һүҙ алды. Белем донъяһына асҡыс биргән, дөрөҫ йүнәлеш күрһәткән уҡытыусыларға сикһеҙ рәхмәтен әйтеп, уҡыусыларға артабан тағы ла ҙурыраҡ бейеклектәр яулауҙарын, отличник исемен ғүмер буйы аҡлап йәшәүҙәрен теләне.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: