Баймаҡ районының Темәс мәктәбендә Урал аръяғы райондарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк конференцияһы уҙҙы. Сарала мәғариф бүлеге методистары, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, ҡоролтай, ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре лә ҡатнашты.
Төбәк конференцияһы 10–12 апрелдә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолдо. БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Р. Р. Сафиуллина, Баймаҡ районы мәғариф бүлеге начальнигы И. Ә. Зәйнуллин сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Туған халҡына хеҙмәт иткән тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк конференцияһын бер быуат элекке шанлы ваҡиғалар эҙҙәрен һаҡлаған тарихи Темәс ауылында уҙғарыу осраҡлы түгел, тине Илдус Әдиф улы. Әйтергә кәрәк, көн дауамында конференция делегаттары тарихи урындарға экскурсия ҡылды, Ҡыҙылташ тауындағы башҡорт ғәскәрҙәренә арналған стелаға, Әхмәтзәки Вәлиди Туған бюсына сәскәләр һалды, Темәс ауылының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды.
Кәңәшмәнең тәүге өлөшөндә уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең уҡытыусылары, директорҙары, методистар «Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: тәжрибә һәм яңылыҡтар», башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәтеүселәр «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен сифатлы уҡытыу юлдары», ә дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе мәктәптәрҙән килгән мөғәллимдәр «Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу: мотивация, шарттар, һөҙөмтә», балалар баҡсалары мөдирҙәре, ҡоролтай, ата-әсәләр комитеты вәкилдәре «Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә шәхес тәрбиәләүҙә күсәгилешлек» темаларына фекер алышты. Башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса сығыштар тыңланды, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, «Туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы»на тәҡдимдәр индерелде.
Сараның мәҙәниәт йортонда дауам иткән өлөшөнә РФ Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Г. Ғ. Ҡолһарина ҡушылды. Сығыш яһаусылар телебеҙҙең бөгөнгөһөнә байҡау яһап, көнүҙәк проблемаларҙы күтәрҙе, төбәк конференцияһы ҡарарҙарының тормошҡа ашыуына ҙур ышаныс белдерҙе.
Туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә тос өлөш индергән уҡытыусылар депутаттар ҡулынан лайыҡлы наградаларын алды. РФ Федераль Йыйылыш — Дәүләт Думаһының Рәхмәт хатына беҙҙең райондан Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы Р. Ф. Баймырҙина лайыҡ булды. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙы Урал мәктәбенән А. К. Уйылдановаға, Ҡаҙмаштан Г. Р. Абдрахмановаға бирелде.
Конференция сиктәрендә «Башҡорт телен яратам» акцияһы уҙҙы, күргәҙмәләр ҡоролдо. Делегаттарҙың һәм сараға саҡырылған ҡунаҡтарҙың «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын бергәләп башҡарыуы телебеҙҙең йәшәйәсәгенә инандырҙы.