Мәғариф
22 Мая 2019, 12:26

«Әлифба» менән хушлаштылар

1-се Асҡар урта мәктәбенең 1 «а» класы уҡыусылары үҙҙәренең тәүге китабы – «Әлифба» менән хушлашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
1-се Асҡар урта мәктәбенең 1 «а» класы уҡыусылары үҙҙәренең тәүге китабы – «Әлифба» менән хушлашты. Байрам иртәлегенә саҡырылған ата-әсәләре алдында матур итеп сығыш яһанылар, уҡыу йылы дауамында өйрәнгән һөнәрҙәрен күрһәттеләр.
–
Класта 30 бала. Барыһы ла уҡыу йылын
йомғаҡлаусы контроль эштәрҙе яҡшы күрһәткескә эшләне. Белем алыуҙың беренсе
баҫҡысын уңышлы үтеүегеҙ менән ҡотлайым, уҡыусылар, – тип уҡытыусылары Әминә
Сабитова балаларға 1-се класты тамамлауҙары
тураһында таныҡлыҡтар тапшырҙы.
Читайте нас