Кисә район мәктәптәрендә 254 ун беренсе һәм 609 туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Буранғол урта мәктәбендә иһә 11-се класты 7, туғыҙынсыны 21 егет-ҡыҙ тамамлай.
Шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта бер аҙ моңһоу ҙа булған сараға йыйылған уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе байрам менән район хакимиәте исеменән Асҡар үҙәк дауаханаһы табибы Ә. Р. Фәррәхова тәбрикләне.
— Алда һеҙҙе һуңғы мәктәп һы-науы — сығарылыш имтихандары көтә. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, был донъяла юғалып алмай, илебеҙ өсөн кәрәкле, уҡытыусыларығыҙ, яҡындарығыҙ, яҡташтарығыҙ һеҙҙең менән хаҡлы рәүештә ғорурланырлыҡ шәхестәр булығыҙ, — тине Әлфиә Раиф ҡыҙы.
Белем усағы етәксеһе Р. Ә. Моратов үҙенең сығышында бөтә сығарылыш уҡыусыларының да имтихандарға индерелеүе хаҡында бойороҡ менән таныштырғандан һуң, уҡыу йылын тик «бишле»гә тамамлаған мәктәп уҡыусыларына маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Спорт өлкәһендә ал бирмәгән ҡыҙҙар-малайҙар ҙа тәбрикләнде. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Буранғол ауыл биләмәһенең мәҙәни тормошонда әүҙем булғандарҙы почет грамоталары менән бүләкләне. Бүләкләнеүселәргә ҡарап мәктәптең яҡшы уҡыусыларының да, спортсыларының да, йыр-бейеүгә маһирҙарының да күплегенә хайран ҡалырлыҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы: мәктәп тарихында тәүге тапҡыр иң яҡшы уҡыусыларға исемле премия тапшырылды. Олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеү яулаған уҡыусылар ошо мәктәптә белем алып, бөгөн алыҫ Лянтор ҡалаһында йәшәп-эшләп йөрөгән Ҡарлуғас Миҙхәт ҡыҙы Ҡужина булдырған премияны алып ҡыуанды.
Ун беренселәрҙең егеттәре лә, ҡыҙҙар ла яҡшы өлгәшеүҙәрен, спорт менән дуҫ булыуҙарын, йәмәғәт эштәрендә һынатмауҙарын билдәләне уларҙың класс етәксеһе Г. Р. Ғәбитова үҙенең телмәрендә. Улар араһынан Миләүшә Солтанова алтын миҙалға дәғүә итә.
Сығарылыш класы уҡыусылары белем донъяһына әйҙәгән уҡытыусыларына, класс етәкселәренә, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, ата-әсәләренә рәхмәттәрен белдереп, мәҙхиә йырланы. Һәм, әлбиттә, тантана сығарылыш класс уҡыусыларының вальс бейеүе менән тамамланды.