+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Май 2019, 14:05

Һуңғы ҡыңғырау! Ул йәшлектең Онотолмаҫлыҡ яҡты бер мәле...

Бөтә ил буйынса белем усаҡтарында «Һуңғы ҡыңғырау» тантаналары уҙҙы.

Сығарылыш уҡыусылары өсөн иң тулҡынландырғыс көн килеп етте. Бөтә ил буйынса белем усаҡтарында «Һуңғы ҡыңғырау» тантаналары уҙҙы. Таһир Кусимов исемендәге гимназияла ла ун беренсе һәм туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн матур байрам ойошторолдо.

Тантаналы линейкала уҡыусыларҙы, мәктәп коллективын һәм ата-әсәләрҙе тәбрикләү өсөн тәүге һүҙ Таһир Кусимов исемендәге гимназия директоры Р. Н. Әхмәтовҡа бирелде. Ул сығарылыш класс уҡыусыларына имтихандар тапшырыуға рөхсәт биреүсе бойороҡто уҡып ишеттерҙе һәм изге теләктәр юлланы.

— Бөгөн һеҙҙең тормошоғоҙҙа мөһим һәм иҫтәлекле көн. Һеҙ ун бер йыл дауамында белем алған гимназия менән хушлашаһығыҙ. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙегеҙ теләгән юғары уҡыу йорттары ишектәрен ҡыйыу асып инегеҙ. Тик ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә гимназиябыҙ, педагогтарыбыҙ йөҙөнә ҡыҙҙылыҡ килтермәгеҙ, — тине Рәмил Нурислам улы.

Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Д. И. Харрасов мәктәп тамамлаясаҡ егеттәр һәм ҡыҙҙарға тормошта үҙ урындарын табырға, район өсөн кәрәкле кешеләр булырға саҡырҙы.

«Йәйғор» әҙәби берекмә етәксеһе З. А. Кашапова ун беренселәрҙе ҡотлап, уңыштар теләне. Зөһрә Аҡмал ҡыҙы райондың йәш хәбәрселәр хәрәкәтен етәкләүсе Мөнирә Кашапова исемендәге үҙе булдырған премияны тапшырҙы. Был наградаға гимназияның 11 «б» класы уҡыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, республика ярыш-бәйгеләре еңеүсеһе Лиана Сафиуллина лайыҡ булды.

Ун беренселәрҙең класс етәкселәре Д. Ә. Усманова менән И. И. Ғәлиәкбәрова уҡыусыларына иң йылы һүҙҙәр арнаны. Беренсе уҡытыусылар, ата-әсәләр ҡошсоҡтарына матур теләктәр еткерҙе.

Байрамдың төп сәбәпселәренә һүҙ бирелде. Улар тулҡынлана-тулҡынлана уҡытыусыларына, гимназия администрацияһы һәм коллективына, атай-әсәйҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Һағышлы ла, ҡыуаныслы ла байрамдың иң матур өлөшө — мәктәп вальсы. Ап-аҡ таҫмалы, алъяпҡыслы ҡыҙҙар, аҡ күлмәкле егеттәр моңло көйгә хушлашыу вальсында өйөрөлдө.

Һуңғы ҡыңғырау биреү хоҡуғы уҡыу алдынғылары, Бөтә Рәсәй, республика һәм район кимәлендәге конкурстар еңеүселәре Лиана Сафиуллина менән Гөлшан Ғиниәтоваға һәм буласаҡ отличниктар, 1-се класс уҡыусылары Динис Харрасов менән Даян Сәйетбатталовҡа бирелде.

Еҙ ҡыңғырау сыңы ғүмерегеҙҙең мәктәп тигән дәүерен ябып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға саҡырһын һәм алға, яңы офоҡтарға әйҙәһен! Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: