-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Июнь 2019, 11:43

Әкиәт изгелеккә өйрәтә, рухты үҫтерә

Өфөлә «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау сараһы уҙҙы.

Өфөлә «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау сараһы уҙҙы.

2010 йылда башланғыс һалынған матур бәйге быйыл республика сиктәренән уҙып китеп, төбәк-ара кимәлгә сыҡты. Күрше Татарстандан, Силәбе өлкәһенән ҡатнашырға теләк белдереүселәр бик күп булды. Ул ғынамы, Курил утрауҙарында, Төркиәлә, Канадала йәшәүсе милләттәштәребеҙ һәм уларҙың балалары туған телдә әкиәт һөйләп, видеояҙмаларын социаль селтәрҙәге махсус төркөмгә ебәрҙе. Ғөмүмән, быйылғы бәйге 700-гә яҡын әкиәт һөйөүсене, 60-лап фольклор коллективын йәлеп итте. Конкурста ҡатнашыусылар, башлыса мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр һәм башланғыс кластарҙа уҡыусылар, ете номинацияла көс һынашты: әкиәтте яттан һөйләү, фольклор коллективтары йәиһә ғаилә менән әкиәт сәхнәләштереү, йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар төшөрөү, әкиәттәр буйынса ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡуйыу, әкиәт геройҙары костюмдарын әҙерләү, үҙең ижад иткән әкиәт менән сығыш яһау. Конкурсҡа әбйәлилдәр ҙә ихлас ҡушылды. Уларҙың сығыштары, ҡул эштәре менән «Бәйләнештә» сайтындағы «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» төркөмөндә https://vk.com/club181251076 таныша алаһығыҙ. Ә 29 майҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында үткән конкурстың гала-концертына финалға сыҡҡан өс кескәй яҡташыбыҙ саҡырыу алды.

Район балалар ижады йортоноң «Фантазия» түңәрәгендә (етәксеһе Г. С. Хәкимова) шөғөлләнеүсе Альбина Фәхрисламова конкурсҡа «Йомро икмәк» әкиәте буйынса ҡораманан панно тәҡдим итһә, Камила Моратова «Бесәй менән төлкө» әкиәтен тасуири һөйләп видеояҙма ебәргән. Баһалама ағзалары Альбинаның эшенә беренсе урын бирһә, Камила маҡтаулы өсөнсө урынға лайыҡ булған. Ижад йортоноң үрелгән әйберҙәр эшләү түңәрәгендә (етәксеһе Г. Р. Зәйнуллина) шөғөлләнеүсе Камилла Мәғәфүрова үҙе ижад иткән «Ҡырмыҫҡа һәм япраҡ» әкиәте менән шулай уҡ өсөнсө урын яулаған. Ҡыҙҙар өсөһө лә Т. Кусимов исемендәге гимназияла белем ала, 3-сө класты тик яҡшы билдәләргә тамамлағандар.

Баш ҡалаға уңған, телдәр матурҙарҙы балалар ижады йорто педагогы Г. С. Хәкимова алып барҙы. Әкиәт илендә ҡунаҡта булыу, рух байрамына тамаша ҡылыу, еңеүселәрҙең сығыштарын тыңлау уларҙың күңелдәренә әллә күпме изгелек орлоҡтары сәскәндер, тип уйлайым. Матур бүләктәр мөғжизәгә лә ышандырғандыр. Балалар туған телендә әкиәттәр тыңлап, хатта үҙҙәре шуларҙы күңелдәре аша кисереп, бәйән итеп үҫһә, бай рухлы, һутлы телле булырҙар, милләтебеҙ киләсәге ышаныслы ҡулдарға тапшырылыр.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: