+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Июнь 2019, 13:19

Географияны 100 балға

Салауат урта мәктәбенән Зарема Хамматова география фәненән БДИ-ла 100 баллы һөҙөмтә күрһәтте.

Салауат урта мәктәбенән Зарема Хамматова география фәненән БДИ-ла 100 баллы һөҙөмтә күрһәтте.

Быйыл республика буйынса 521 уҡыусы һайлау буйынса географиянан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған. Улар араһында өс кеше иң максималь 100 балды йыйыуға ирешкән. Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан фәнде һыу кеүек эскән сығарылыш класс уҡыусыларынан айырмалы рәүештә, Зарема әле 10-сы класты ғына тамамлаған. Баҡтиһәң, унынсыны тамамлаусылар математиканың база өлөшөнән, рус теленән һәм географиянан ваҡытынан алда БДИ тапшырыу хоҡуғына эйә икән. Сөнки был осорға ошо өс предмет буйынса мәктәп программаһы тулыһынса үҙләштерелеп бөтөлә.

Әгәр уҡыусы алдан бирелгән имтихандың һөҙөмтәһе менән риза булмаһа, 11-се кластан һуң уны йәнә тапшырыу мөмкинлегенә эйә. Зарема тағы ике класташы менән ошо форсаттан файҙанаған да инде.

З. Хамматова БДИ-ны 100 балға эшләйәсәгенә алдан уҡ ышана. Ғөмүмән, Салауат мәктәбенең гел «бишле»гә өлгәшеүсе уҡыу алдынғыһына бөтә фәндәр ҙә еңел бирелә. Әммә ҡыҙ географияны айырыуса мауығыу һәм ҡыҙыҡһыныу менән йотлоғоп уҡый. Башкөллө ғашиҡ предметы буйынса Зарема өс йыл рәттән Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының республика этабы призеры булған. Республика кимәлендәге олимпиадала 9-сы кластан ғына ҡатнашыу мөмкин булһа ла, ул һигеҙенселә үк 9-сы кластың олимпиада эшен башҡарып, районда еңеүсе була һәм республика этабында ла призлы урынға сыға.

Зарема мәктәпте тамамлағас, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр йәки архитектура өлкәһе буйынса юғары белем алырға ниәтләй. Тиҫтерҙәренә ул имтихандарҙан ҡурҡмағыҙ, ҡаушап-юғалып ҡалмағыҙ, тигән теләктәрен юллай. Фәнде биш бармағың кеүек белһәң, ҡурҡырлыҡ, шикләнерлек бер нәмә лә юҡ, ти ул. Ә үҙ-үҙеңә ҡарата бындай ышанысты, әлбиттә, ваҡытты дөрөҫ бүлеп, имтихандарға етди әҙерләнгәндә генә яуларға булалыр, моғайын. Киләһе йылда ул тарих фәне буйынса, инглиз теленән һәм профилле математиканан БДИ тапшырып ҡарарға уйлай.

Әйткәндәй, Зареманың бер туған апайы Гүзәл дә 2014 йылда ошо уҡ фәндән БДИ-ны 100 балға тапшырған. Шундай тырыш, уҡыуға һәләтле ҡыҙҙарға һәм уларҙы үҫтергән ата-әсәгә, РФ Президенты грантына лайыҡ булған Салауат мәктәбенең география уҡытыусыһы Р. С. Хафизоваға афариндан башҡа һүҙ юҡ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: