+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Июль 2019, 12:07

Ауыл уҡытыусылары иғтибарына!

Ауылда эшләүсе педагогтар 600 мең һум грант алыу мөмкинлегенә эйә

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбировт 2019 йылдың 1 июленән ауыл уҡытыусыларына 600 мең һумлыҡ 100 грант тапшырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
БР Мәғариф министрлығы ошоға бәйле конкурс иғлан итте. Грант алыуға конкурста 35 йәшкә тиклемге, Рәсәй Федерацияһы гражданы булған һәм Башҡортостанда даими йәшәгән, мәғариф ситсемаһында, атап әйткәндә ауыл мәктәбендә ике йылдар артығыраҡ эшләгән педагогтар көсөн һынай ала.
Заявка биреү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Мәғариф министрлығының сайтында табырға була: https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/208143/.
Документтар 1 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.
Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: