+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июль 2019, 11:37

Мәктәптә үҙгәрештәр һиҙелерлек

Таштимер мәктәбендә яңы уҡыу йылына әҙерлек тулы көсөнә бара

— Уҙған уҡыу йылы осоронда мәктәптең сереп бөткән тәҙрәләре заманса пластикка алмаштырылды. Тендерҙы еңгән Магнитогорск ҡалаһының «Вектор» (етәксеһе Д. М. Лыжин) фирмаһы был эште ҡыҫҡа ваҡытта һәм сифатлы башҡарып сыҡты, — тип башланы яңылыҡтары менән таныштырыуҙы белем усағы директоры Р. С. Йосопова.

Бинаның булған 115 тәҙрәһе яңыртылған. Был маҡсатта бүленгән финансты бер аҙ экономияларға форсат сыҡҡан һәм ул аҡсаға мәктәптең матди техник базаһын нығытҡандар. Атап әйткәндә, дүрт кабинеттың парталары һәм ултырғыстары яңыртылған. Ете проектор һатып алынған, хәҙер улар мәктәптә унау булған, шуға ла берәүһен мәктәптең филиалы иҫәпләнгән Йәлембәт уҡыусыларына биргәндәр.

Шулай уҡ ете класс таҡтаһы, софиттар, йәғни таҡтаны яҡтыртҡыстар һәм дүрт стена-түбә экрандары алынған. Бөтә кластарҙа ла уҡытыусыларҙың өҫтәл-ултырғыстары яңыртылған. Информатика кабинетына компьютер өҫтәлдәре һатып алынған.

Урындағы эшҡыуар Сәғит Сафин менән район Советы депутаты Зариф Абдуллин ярҙамында майҙаны 300 квадрат метр булған теплицала ремонт эштәре башҡарылған. Шуға ла ҡыштан сәсеү эштәренә әҙерлек башлағандар: үҫентегә помидор менән борос, бер аҙ һуңыраҡ теплица ла үҫә торған ҡыярҙың 8 төрөн сәскәндәр. Апрель айында үҫентеләрҙе теплицаға күсереп ултыртҡандар һәм ҡыярҙың тәүге уңышын май айында тәмләп тә ҡарағандар. Мул уңыш биргән был йәшелсәне башта килоһын 80 һум менән һатһалар, хәҙер 40 һум тора. Теплицаның ҙур ғына өлөшөнә 6 төрлө сорт кәбеҫтә сәсеп тә аҡса эшләгәндәр.

— Үҙебеҙҙән генә түгел, күрше-тирә ауылдарҙан, хатта Магнитогорск ҡалаһынан күпләп алдылар. Хаҡын да ҡиммәт ҡуйманыҡ — бер төбөн 10 һум менән һаттыҡ, — тип дауам итә Роза Сәғит ҡыҙы.

Тотош алғанда кәбеҫтә үҫентеһенән генә 15 мең һум табыш алғандар. Тағы ике мең төбөн мәктәп яны участкаһына ултыртҡандар. Мәктәп баҡсаһына ултыртыу өсөн сәскәләрҙе лә теплицала үҙҙәре үҫтереп алған.

Мәктәп директоры әйтеүенсә, сәскәләр үҫентеләрен һатыуға һораусылар ҙа күп булған.

— Баҡсабыҙ ҙур бит, шуға күрә уны һатыуға сығара алманыҡ. Элек сәскәләр үҫентеләрен күп аҡса сарыф итеп үҙебеҙ ҙә һатып ала инек, — ти ул.

Картуф та ҙур ғына майҙанды биләй, уны көҙгөһөн аутсорсерҙарға тапшырырға иҫәп тоталар. Былтыр картуф һатҡан аҡсаға бинаның беренсе ҡатындағы тәҙрәләргә жалюзи һатып алғандар. — Теплицаға газ үткәргәндә тип хыялланабыҙ. Ул саҡта ҡыярҙы иртәрәк ултыртып, был йәшелсәнең хаҡы ҡиммәт булғанда һатырға мөмкинлек тыуыр ине. Сәскәләрҙе лә иртәрәк сәсһәк, май айынан баҡсабыҙ шау сәскәгә күмелеп ултырһа, тағы ла матурыраҡ булыр ине, — тип киләсәккә пландары менән уртаҡлаша Роза Йосопова.

Бөтә баҡсасылыҡ эштәрендә биология уҡытыусыһы, мәктәп яны уҡыу-тәжрибә участкаһы мөдире Г. Ф. Латипованың хеҙмәт өлөшө ҙур. Эйе, мәктәп баҡсаһы ысынлап та шәп: ҙур майҙанды биләһә лә, түтәлдәр тәрбиәле, теплицалағы ҡыяр, борос, помидорҙан тыш, баҡсала кишер, сөгөлдөр, ҡуҙаҡлылар, ҡабаҡ һәм башҡа йәшелсәләр өлгөрөп килә. Тәрбиә булғас, уңыш та мул.

Беҙ мәктәптә булғанда балалар уҡытыусылары Гөлшат Ирғәлина менән Нурзилә Хәйбуллина етәкселегендә кәбеҫтәнең артыҡ япраҡтарын өҙәләр, ҡый үләндәрен тәпкеләйҙәр, һыу һибәләр ине. Әйтеүҙәренсә, көндәр ҡоро һәм эҫе торғас, балалар графикка ярашлы 9-ҙан 11 сәғәткә тиклем һәм киске алтынан 8-гә тиклем эшләйҙәр икән.

Әлбиттә, теүәл 50 йыл элек төҙөлгән бина капиталь ремонт талап итә. Айырыуса беренсе ҡаттағы иҙәндәрҙе алмаштырырға кәрәк. Балалар һаны арта барыу сәбәпле ашханала тығыҙыраҡ, шуға күрә унда реконструкция эшләгәндә ҡамасауламаҫ ине.

Мәктәп бинаһын Клочков урамы яғынан кәртәләү тамамлана, был эштә ата-әсәләрҙең ярҙамы һиҙелерлек булған, бағаналар нәҡ уларҙың туранан-тура ҡатнашлығында ултыртылған.

Әле мәктәптә косметик ремонт дауам итә. Йыйыштырыусылар Розалия Ҡужабаева, Рәмилә Хәйретдинова, Фәйрүзә Мәғәфүро-ва коридорҙарҙы, акттар һәм спорт залдарын ағартыу менән мәшғүл, унан инде панелдәрҙе, иҙәндәрҙе буяуға тотонасаҡтар.

— Уҡыу эшмәкәрлегенә килгәндә лә уңыштарыбыҙ һиҙелерлек, — тип дауам итә Роза Сәғит ҡыҙы. — Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса райондың башланғыс кластары араһындағы рейтингыла иң яҡшы бишәү иҫәбенә индек. Был һөҙөмтәгә педагогтарыбыҙ (методик берекмә етәксеһе В. М. Ғәбитова) район, республика фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашыуҙары, олимпиадаларҙа яулаған призлы урындары менән өлгәште.

Икенсе йыл инде мәктәптә робототехника түңәрәге (С. Ш. Йосопов) эшләп килә, унда шөғөлләнеүселәр республика ки-мәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яулай. Быйыл мәктәптә менталь арифметика курстары эшләйәсәк, уны Н. Р. Хәйбуллина алып барасаҡ.

— Был түңәрәккә йөрөгән балаларҙың уңыштары хаҡында ишетербеҙ әле, сөнки был йүнәлеш математикаға һәләттәрҙе генә түгел, фекерләүҙе, логиканы, отҡорлоҡто, хәтерҙе лә яҡшырта. Шулай уҡ мәктәп эсендә бәләкәй телетапшырыуҙар төшөрә башла-ныҡ, бының өсөн ҙур сығымдар талап ителмәй бит хәҙер. Н. М. Иҙрисова етәкселегендә балалар «Файҙалы кәңәштәр», «Химик тәжрибәләр», «Яҡшы уҡыу өсөн лайфхактар» кеүек рубрикалар өсөн сюжеттар эшләй. Мәктәптең иңдән-иң уҡыусылары хаҡында булған «Һәләтле балалар»ҙы айырыуса яратып ҡабул итәләр, — ти Роза Сәғит ҡыҙы.

Яңы уҡыу йылында уңыштарығыҙ тағы ла тосораҡ, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәрегеҙ күберәк булһын, таштимерҙәр!

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: