Гусев урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Г. А. Кәримова өс тиҫтә йылдан ашыу балаларҙы математика серҙәренә төшөндөрә. Рысҡужа ауылында тыуып үҫкән Гөлсинә Арслан ҡыҙы һөнәри оҫталыҡты Магнитогорск педагогия институтында эстәй. Ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Хәмит мәктәбендә башлай. Артабан Гусев мәктәбенә ебәрелә һәм инде утыҙ йыл ошо мәктәптә балаларҙы белем тауҙарына әйҙәй.Уҡытыусының хеҙмәт емеше — уҡыусылары яулаған уңыштарҙа. Гөлсинә Арслан ҡыҙы дәрестәрендә аныҡ фәндәр буйынса белем алған ҡыҙҙар һәм малайҙар һынатмай: мәктәп йылдарында төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар яулап ҡыуандырһалар, оло тормошҡа аяҡ баҫҡас та илебеҙҙең төрлө тармаҡтарында уңышлы эшләп, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүҙәре һөйөнөслө.Тәжрибәле уҡытыусы «Йыл уҡытыусыһы» район конкурсында уңышлы сығыш яһаны, район семинарҙарында биргән асыҡ дәрестәре юғары баһалана, ике йыл элек берҙәм дәүләт имтихандары буйынса Г. А. Кәримованың һөҙөмтәләре районда иң яҡшыһы тип табылды.Үҙ эшен намыҫлы башҡарған һәләтле педагогтың оҙайлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менәне билдәләнгән.