Йәйге мәктәп булдырыуҙың инициаторы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы А. М. Ғүмәров. Ул лицейҙа эшләү дәүерендә мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһына бик күп призерҙар әҙерләгән остаз-энтузиаст. Һәләтле уҡыусылары менән өҫтәмә рәүештә йыл әйләнәһенә каникулдар мәлендә шөғөлләнә. Бигерәк тә йәйге мәктәптең һөҙөмтәһе ҙур. Бынан алда ул йыл һайын Өфө ҡалаһында ойошторолоп килһә, һуңғы ике йылда Айнур Мансур улы файҙалы дәрестәрҙе күңелле ял менән аралаштырыу практикаһын тормошҡа ашыра. Былтыр Бөрйән районы мәғариф бүлеге менән килешеп, йәйге мәктәпте Башҡортостандың иҫ киткес хозур тәбиғәтле төбәгендә үткәреүгә өлгәшһә, быйыл да матурлығы йәһәтенән Бөрйән-дән һис ҡайтыш булмаған Әбйәлилде һайлаған. Килешеү буйынса мәғариф бүлеге 10 тәүлеккә ваҡытлыса йәшәү өсөн шарттар булған уҡыу бинаһы менән тәьмин итергә тейеш булһа, икенсе яҡ урындағы райондан предмет менән ҡыҙыҡһынған, киләсәктәрен уға бәйле һөнәрҙәргә бәйләргә уйлаған, ошо фәндән төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарын һайлаясаҡ уҡыусыларҙы ла йәйге мәктәп-кә уҡырға алырға вәғәҙәләгән. Һәм, әлбиттә, район мәғариф бүлеге бындай шәп тәҡдимдән баш тартмаған.
Ташбулат мәктәбе базаһындағы йәйге мәктәп ҡәҙимге лагерь принцибында эшләне. Тик ял сәғәттәре генә ҡыҫҡараҡ булды. Көндөҙгө ваҡыт тулыһынса уҡыуға бағышланды. Уҡыусылар ике отрядҡа бүленде. Беренсеһе лицеистарҙан торһа, икенсеһен үҙебеҙҙең райондан 18 уҡыусы — 15 ҡыҙ һәм 3 егет тәшкил итте. Дәрестәрҙә химия фәне программаһын баштан алып ҡабатлап ҡына ҡалманылар, ә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисергә өйрәнделәр, шулай уҡ алдағы уҡыу йылында үтеләсәк темаларҙы үҙләштерергә өлгөрҙөләр. Ауыл уҡыусылары менән А. М. Ғүмәров үҙе һәм лицейҙың ғорурлығы булған яҡташыбыҙ, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадалар еңеүсеһе Әсғәт Йәһүҙин шөғөлләнде. Хәтерләһәгеҙ, Өфө дәүләт нефть-техник университетында белем алыусы Үтәгән ауылы егете тураһында йыл башында гәзиттә яҙып сыҡҡайныҡ. Әсғәт лицейҙа уҡыған осорондағы ҡаҙаныштары өсөн «Мәға-риф» милли проекты сиктәрендә талантлы йәштәргә бирелеүсе РФ Президенты грантына лайыҡ булған, әле лә әүҙем студент тормошо менән йәшәүсе булдыҡлы замандаштарыбыҙҙың береһе. Үҙенең артынан ул һәләтле йәштәрҙе лә фәнгә әйҙәй, лицейҙың олипиадаларға әҙерләү хәрәкәте лидеры. Йәйге мәктәптә шулай уҡ Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙағы күп һанлы еңеүҙәре арҡаһында ӨДНТУ-ның иң абруйлы факультеттарына конкурсһыҙ үтеп, әле I – II курсты тамамлаған студенттар — Бәләбәйҙән Айвар Кашапов, Өфө районынан Аяз Өмөтбаев, Сибайҙан Нургиз Миҙәтов дәрестәр бирҙе. Олимпиада мәсьәләләрен сисеү буйынса кисәге мәктәп уҡыусылары биргән төплө һабаҡ һәм унан да бигерәк был уңышлы егеттәрҙең шәхси миҫалы хәҙерге мәктәп уҡыусыларына йоғонтоһоҙ ҡалмаҫ, моғайын. Йәйге мәктәптә үк күптәрҙең фекерҙәре үҙгәрҙе, тырышып уҡырға тигән ҡараш уянды. Шулай булмаһа, рәхәтләнеп йоҡлап ятыр урынға, таңдан тороп китап артына ултырырҙар, ярышып мәсьәлә сисеүҙән оло ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерерҙәр инеме икән?! Тәрбиә-се булып урынлашҡан Ташбулат мәктәбе педагогы Л. С. Солтанова уҡыусыларҙың башкөллө уҡыуға көйләнеүен, алдан билдәләнгән ял программаһының бер өлөшө генә үҙләштерелеүен билдәләне. Йәйге мәктәптә уҡыусылар беренсе планға белем эстәүҙе ҡуйып, тау-саңғы үҙәгенә, динопаркка барыуҙан үҙ теләктәре менән баш тартҡан. Көндәр эҫе торғанға ғына күрә берәр тапҡыр «Яҡты-Күл» шифаханаһының бассейнына, Геологоразведкалағы пляжға һыу инергә барғандар, «Банная усадьба»ла мунса төшкәндәр. Ә ҡалған ял ваҡыты мәктәп-тең спорт залында һәм стадионда уҙған. Футбол буйынса ауыл йәштәре менән дуҫтарса матч ойошторғандар.
— Йәйге мәктәптә шөғөлләнеү Әбйәлил уҡыусыларына яҡшы тәьҫир итер, тип уйлайым. Лицейҙа уҡыусы тиҫтерҙәренең, үҙҙәренән 3-5 йәшкә генә өлкәнерәк дәрес биреүсе студенттарҙың белем кимәле уларға яҡшыраҡ уҡырға ынтылырға этәргес мотивация булырына ышанам. Киләсәктә йәйге мәктәпте тағы ла ҡабул итергә ҡуш ҡуллап ризабыҙ, — тине мәктәптең эшмәкәрлеген күҙәтеү аҫтында тотҡан район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова.