+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Август 2019, 10:32

Халыҡ-ара олимпиада еңеүселәренә — 1 миллион һум

РФ Президенты Владимир Путин, «Сириус» белем биреү үҙәгендә булғанда, олимпиадаларҙа еңеүсе балаларҙы дәртләндереү сараларын арттырырға тәҡдим итте.

РФ Президенты Владимир Путин, «Сириус» белем биреү үҙәгендә булғанда, олимпиадаларҙа еңеүсе балаларҙы дәртләндереү сараларын арттырырға тәҡдим итте. Дөйөм предметтар буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһап, беренсе урын яулаған осраҡта уҡыусыға Президент премияһы — 1 миллион һум аҡса биреләсәк, тине Владимир Владимирович. Көмөш миҙал эйәләренә — 500 мең һум, бронза яулаусыларға 400 мең һум түләү ҡаралған. Бынан тыш, 2020 йылдан вуз студенттарына Президент гранттары программаһын киңәйтеү планлаштырыла.

Читайте нас: