"Торатау" конгресс-холында барған республика мәғариф кәңәшмәһендә тәүге фекер алышыу майҙансығы ғилми-мәғариф үҙәктәре эшмәкәрлегенә арналды. Унда юғары белем биреү ойошмалары етәкселәре, индустриаль партнерҙар, Башҡортостандың "Һанлы технологиялар һәм яңы материалдар" үҙәге белгестәре ҡатнашты.
"Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рауил Сарбаев, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин һәм башҡаларҙың сығыштары фәһемле булды. Кәңәшмәне республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова алып барҙы.