Быйыл Белем байрамы - 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә. Ошоға бәйле республиканың Мәғариф министрлығы байрам көнөн 2 сентябргә күсереү тураһында ҡарар ҡабул итте. "1 сентябрь йәкшәмбегә тура килгәс, беҙ мәктәптәргә Белем көнөн 2-һенә күсерергә тәҡдим иттек. Шулай ҙа һәр белем биреү учреждениеһы, ата-әсәләр менән килешеп, үҙҙәре теләһә байрамды 1 сентябрҙә лә үткәрә ала", - тине министр вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.