Үҙәк майҙанға күргәҙмә ҡуйыусы учреждениелар араһында, йылдағыса, "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһы айырым урын биләй. Мөдир Айгөл Заһитова әйтеүенсә, уҙған уҡыу йылы дауамында улар Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында ҡатнашып, өлгөлө балалар баҡсаһы булараҡ 100 еңеүсе араһында билдәләнгән. Бынан тыш, логопед Флүрә Вәкил ҡыҙы Солтанова Санкт-Петербург ҡалаһында үткән һөнәри оҫталыҡ буйынса халыҡ-ара бәйгелә лайыҡлы сығыш яһап, өсөнсө урын алған. Тағы бер тәрбиәсе Алһыу Ирек ҡыҙы Әсәҙуллина "Йыл тәрбиәсеһе - 2019" район конкурсында Гран-при яулап, республика бәйгеһендә үҙен һынаған. Күргәҙмә ошо һәм башҡа мәртәбәле еңеүҙәр тураһында һөйләй ине. "Ҡайынҡай"ҙа кадрҙар алмашыныуы һирәк күренеш, беҙҙә үҙ эшен яҡшы белгән, балаларҙы яратҡан стажлы педагогтар эшләй, - ти Айгөл Хәким ҡыҙы. - 4 - 6 йәшлек бәләкәстәр өсөн өҫтәмә дәрестәр - шахмат, хореография, инглиз теле, вокал индергәнбеҙ. Һөҙөмтәләребеҙ ҙә бар. Кескәйҙән шахмат уйнап өйрәнгән ҡыҙ-малайҙар, мәктәпкә барғас та был шөғөлөн ташламай. Бөгөн беҙҙә 275 бала тәрбиәләнә, улар өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған".