+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2019, 11:20

Гусев мәктәбе шәп спортсылары менән данлы

Гусев урта мәктәбендә эшләүсе балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Шәрифйән Ғәтиәтуллиндың да уҙған уҡыу йылында уңыштары һиҙелерлек.

"Уҙған уҡыу йылы Гусев мәктәбе спортсылары өсөн уңыштарға бай булды, - ти физкультура уҡытыусыһы Шәрифйән Садиҡ улы. - 7-се класта уҡыусы Эльвина Мырҙагилдина, мәҫәлән, еңел атлетика буйынса ярышта 60 метрға йүгереп, район чемпионы исемен алды. Артабан ул район йыйылма командаһы составында төбәк ярышында сығыш яһаны һәм иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Ҡыҙҙарҙың волейбол командаһы менән 2004 - 2005 йылғы спортсылар араһында районда икенсе урын яуланыҡ. Быйыл да ошо уҡ күнекмәләрҙе дауам итергә һәм яңы еңеүҙәр яуларға иҫәп тотабыҙ. Гусев мәктәбендә эшләүсе коллегаларыма көслө һәм яҡшы уҡыусылар, һаулыҡ, сабырлыҡ, рәхмәтле ата-әсәләр, уңыштар теләйем!"
Читайте нас: