Август конференцияһының пленар өлөшө бер нисә майҙансыҡта үтә. Таһир Кусимов исемендәге гимназияла " Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә заманса мәғариф мәсьәләләре буйынса дискуссия үтте. Түңәрәк өҫтәлдең модераторы мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлдәр Рәхимова мәктәп директорҙарын белем биреү учреждениелары алдында торған бурыстар менән таныштырҙы. Һөйләшеүҙә район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов ҡатнашты.