+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2019, 11:55

Таштуй мәктәбе мәктәпкәсә белем биреүгә иғтибар бүлә

- Спортта ла, уҡыуҙа ла уңыштарыбыҙ байтаҡ, - ти Таштуй урта мәктәбе педагогтары

2018 - 2019 уҡыу йылында Таштуй урта мәктәбендә белем алыусы балалар уҡытыусыларын еңеүҙәре, призлы урындары, яҡшы билдәләре менән ҡыуандырып торған. Уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары Динара Һибәтуллина әйтеүенсә, Таштуй мәктәбе уҡыусылары "Күңелле старттар" республика ярышында икенсе урын алған, каратэ, гер спорты, мини-лапта буйынса еңеүҙәре бар. Футболсылар республика чемпионатында көс һынаған. Бынан тыш район кимәлендә уҙғарылған тарих, рус теле һәм физкультура буйынса олимпиадаларҙа призерҙары бар.

Бында мәктәпкәсә белем биреүгә етди иғтибар бирелә. Мәҫәлән, мәктәпкәсә төркөмдә тәрбиәләнеүсе Альберт Нурғәлин - ул быйыл беренсе класҡа килә - Гагарин кубогында еңеүсе булған.

Р. МӘСӘЛИМОВА.
Читайте нас: