+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2019, 14:07

Яңы мәктәп 1 сентябргә өлгөрмәй

Мәғлүм булыуынса, Тупаҡта өр-яңы мәктәп төҙөлөшө бара һәм ул 1 сентябрҙә балалар өсөн ишектәрен асырға тейеш ине.

Мәғлүм булыуынса, Тупаҡта өр-яңы мәктәп төҙөлөшө бара һәм ул 1 сентябрҙә балалар өсөн ишектәрен асырға тейеш ине. Тик ул ваҡытында файҙаланыуға тапшырылмай икән.
Мәктәп директоры Г. Х. Дәминдарова әйтеүенсә, кисә мәктәп төҙөлөшөндә район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов етәкселегендә район комиссияһы булып киткән. Төҙөүселәр мәктәпте Белем көнөнә файҙаланыуға тапшырырға өлгөртә алмауҙарын үҙ күҙҙәре менән күргән етәкселәр.
— Белем усағы сафҡа индерелгәнсе беҙҙең балаларҙы ҡайҙа уҡытыу мәсьәләһен хәл ителәсәк: бәлки, икенсе мәктәпкә ташыу ойошторолор, уҡыусыларҙың каникулын оҙонайтыу варианты ла ҡарала. Бөгөн-иртән яуап бирәсәктәр, — ти Гөлсөм Хәлидар ҡыҙы. — Мәктәбебеҙ Республика көнөнә төҙөлөп бөтөп, сафҡа индерелер, тигән ышаныс ҙур.
Читайте нас: