+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2019, 11:07

Яңы уҡыу йылына яңы өмөттәр бағлайбыҙ

Рәсәй Мәғариф министрлығы грантын алырға ниәт бар, - ти Таһир Кусимов исемендәге гимназия директоры Рамил Әхмәтов.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе алдынан үҙәк майҙанда ҡуйылған бай күргәҙмәлә Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемен йөрөткән гимназия педагогтары менән аралаштыҡ.

"Беҙҙең гимназияла бөгөн 1000 бала иҫәпләнә, шуға күрә биш көнлөк уҡыуға күсеү хәл ителмәгән килеш ҡала. Йөкмәткеле уҡыу программаһын биш көн эсендә уҡыусыларға төплө итеп биреү юлдарын өйрәнәбеҙ әле, - ти гимназия директоры Рамил Нурислам улы. - 2018 - 2019 уҡыу йылын яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланыҡ, бөгөнгө күргәҙмәлә тап шул еңеүҙәребеҙҙе күрһәткән грамоталарҙы килтерҙек. Башҡорт теле уҡытыусыһы Илгиз Истамғәлин республика конкурсында лайыҡлы сығыш яһаны. Бынан тыш кисә генә Гагарин кубогы һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы мәктәп исеменә лайыҡ булыуыбыҙҙы билдәләгән кубокты алып ҡайттыҡ. Мәғариф учреждениелары араһында грантҡа заявка бирҙек һәм республика этабын үттек, хәҙер Рәсәй Мәғариф министрлығынан яуап көтәбеҙ".

Районда алдынғы мәктәптәрҙән һаналған, балаларҙың һәләтен үҫтереүгә, милли рух тәрбиәләүгә етди иғтибар бүлгән гимназия коллективына яңы уҡыу йылында уңыштар теләйбеҙ!

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: