+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август 2019, 11:36

Уҡытыусылары ла, уҡыусылары ла алдынғы

Салауат урта мәктәбендә үҙҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә тулыһынса бағышлаған педагогик коллектив эшләй.

Салауат урта мәктәбендә үҙҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә тулыһынса бағышлаған педагогик коллектив эшләй. Уларҙың уңыш-ҡаҙаныштары хаҡында белеп-ишетеп торабыҙ. Яңыраҡ уҙған август кәңәшмәһендә белем усағы йәнә «Иң белемле мәктәп» номинацияһында билдәләнде.

— Мәктәптең ғорурлығы — уҡытыусылар. Коллективҡа көслө, тәжрибәле педагогтар тупланған, улар илһамланып эшләй, эҙләнә, уҡыусыларға заман талаптарына ярашлы белем бирә, — ти Салауат урта мәктәбе директоры Т. Р. Фәтхуллин. — Бындай педагогтар ҡулында яҡшы уҡымау мөмкин түгел. Беҙҙең балалар уҡыуҙа ла һынатмай, төрлө спорт ярыштарында, ижади бәйгеләрҙә лә алдынғы. Мәктәптә «Салауат» өлгөлө бейеү ансамбле эшләй.

Белем усағы 2012 йылдан бирле «Иң әүҙем мәктәп» номинацияһында еңеүсе йәки призер булһа, һуңғы ике уҡыу йылында «Иң белемле мәктәп» номинацияһында бүләкләнгән. Был берҙәм коллективтың дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Салауат мәктәбен уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа үҙҙәренең шәхси ҡаҙаныштары менән данлап тора. Бында көн үтһен тип йөрөгәндәр юҡ, һәр кем һөҙөмтәле эшләй.

Тамъян Рәжәп улы бөтә ғүмерҙәрен уҡытыусылыҡ менән бәйләп, оҙаҡ йылдар ошо мәктәптә белем биргән педагогтарҙы айырым билдәләне. Математика һәм физика уҡытыусыһы И. И. Ҡотлоғәлләмованың уҡыусылары район олимпиадаларында урынһыҙ ҡалмай. Юғары категориялы уҡытыусы Илүзә Иштимер ҡыҙы фәндәр докторы, профессор М. Ә. Илһамов премияһына уҙған «Иң яҡшы физика һәм математика уҡытыусыһы» район конкурсы еңеүсеһе булып танылды.

География һәм биология уҡытыусыһы Р. С. Хафизованың уҡыусылары район, республика кимәлендә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтә. 10-сы класс уҡыусыһы Зарема Хамматова өс йыл рәттән республика олимпиадаһында еңде. География фәненән берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып ҡарап, 100 балл һөҙөмтә күрһәтте. 2014 йылда тағы бер уҡыусыһы Гүзәл Хамматова ла БДИ-ны 100 балға эшләне. Юғары категорияға эйә Рәйлә Сөләймән ҡыҙы 2016 йылда Президент грантына лайыҡ булды, география уҡытыусыларының берекмәһен етәкләй, 2003 йылдан мәктәп директорының уҡытыу эше буйынса урынбаҫары. Былтыр «Уҡытыуҙа электрон сараларҙы ҡулланыу йәһәтенән иң яҡшы дәрес» республика конкурсында еңеүсе булды.

Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Нәрисә Рафиҡ ҡыҙы Абдуллина менән Вәсилә Уразбай ҡыҙы Зыяҡаева, математика һәм информатика уҡытыусыһы Резеда Ниғмәтулла ҡыҙы Фәтхуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәниә Хәмит ҡыҙы Ғүмәрова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Миләүшә Зөбәйер ҡыҙы Шәйәхмәтова, башланғыс кластар уҡытыусыһы Вәсилә Муса ҡыҙы Амангилдина, хеҙмәт уҡытыусыһы Эльвира Марс ҡыҙы Минһажеваның уҡыусылары яҡшы өлгәш күрһәтә, мәктәп тормошонда әүҙемдәр.

Физкультура уҡытыусыһы Ринат Нуриәхмәт улы Минһажев балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Ул етәкләгән малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың волейбол командалары районда көслөләрҙән һанала, республика ярышында ла еңеүҙәре бар.

Быйыл 7-се кластан уҡыу алдынғыһы Руфина Хафизоваға Мәскәүҙә Президент шыршыһы байрамында ҡатнашыу бәхете йылмайған. Етенсенән — Гөлдәриә Һибәтова район башлығы премияһына, унынсынан Зарема Хамматова стипендияһына лайыҡ. Мәктәп уҡыусылары араһында барған Гагарин олимпиадаһында М. З. Шәйәхмәтованың ике уҡыусыһы еңеүсе, дүртәүһе призер исемен алған. Район олимпиадаларында ике еңеүсе, биш призер булған. Республика ғилми-тикшеренеү конкурстарында урындар бихисап.

— 11-се һәм 9-сы кластар имтихандарын юғары һөҙөмтәләр менән тапшыра. 2018 йылда мәктәп тамамлаусы биш уҡыусының икәүһе Эске эштәр министрлығының мәктәбенә инде. Ҡалғандары Өфө дәүләт нефть-техник университетында, Магнитогорск техник университетында белем ала. Мәктәптә уҡытыуға ла, тәрбиә эшенә лә ҙур иғтибар бирелә, — ти уҡытыу эше буйынса урынбаҫар Рәйлә Сөләймән ҡыҙы. — Кластан тыш саралар үткәрәбеҙ икән, бер бала ла ситтә ҡалмай. Бөтәһен дә йәлеп итәбеҙ. Беҙҙең уҡыусылар Асҡар сәнғәт мәктәбендә төрлө түңәрәктәрҙә уңышлы шөғөлләнә, еңеүҙәре менән һөйөндөрә.

Һәм һөҙөмтә бар. Салауат мәктәбенән тәртип боҙоп, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торғандар юҡ. Эсеп, тартып тотолғандары ла булмаған.

— Бында балалар араһында ярыш сәме көслө, сөнки 2004 йылдан алып иң яҡшы уҡыусы, иң яҡшы класс билдәләнә. Сирек һайын өлгәш буйынса стенд эленә, кемдең «биш»леләре күберәк — улар араһында айырым ярыш бара. Ата-әсәләр менән дә эш юғары кимәлгә ҡуйылған, иң әүҙемдәрен билдәләп торабыҙ, — ти Р. С. Хафизова. — Уҡыу йылы дауамында уҡытыусылар араһында иң яҡшы асыҡ дәрес, иң яҡшы кластан тыш сара, иң яҡшы кабинетҡа конкурс бара.

Әлбиттә, белем биреү учреждениеһы етәкселеген борсоған проблемалар ҙа юҡ түгел. Уларҙың иң мөһиме — балалар һаны кәмеүе. Бөгөн Салауат мәктәбендә 65 бала уҡый.

— Беҙҙең балалар, район үҙәге яҡын булғас, шунда китә. Ҡужан балалар баҡсаһында 30 ғына урын, шуның өсөн ата-әсәләр бәләкәстәрен район үҙәгендәге баҡсаларға урынлаштыра. Артабан уҡырға ла шунда ҡалалар, — ти Тамъян Рәжәп улы. — Был мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн мәктәптең башланғыс кластар уҡыған яғын баҡсаға бирергә әҙербеҙ. Проект-смета документациялары бар. Эш аҡсала ҡалды. Бының өсөн 2 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә.

Салауат мәктәбе шундай хәстәрҙәр менән йәшәй. Белем усағы яңы уҡыу йылына әҙер. Быйыл улар Тупаҡ уҡыусыларын да ваҡытлыса үҙенә һыйындырмаҡсы.

— Яңы уҡыу йылы башланыу менән коллегаларымды ҡотлайым, янып эшләүҙәрен, юғары уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләйем. Белем сифатын арттырыу — беҙгә ҡуйылған төп талап булыуын онотмайыҡ, — тине Т. Р. Фәтхуллин.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: