+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2019, 19:04

Рәхмәт мәктәбендә Белем байрамы

Рәхмәт мәктәбендә Белем көнөнә арналған тантаналы линейканы директор Зөһрә Әбүзәр ҡыҙы Әхмәҙиева асты.

Рәхмәт мәктәбендә Белем көнөнә арналған тантаналы линейканы директор Зөһрә Әбүзәр ҡыҙы Әхмәҙиева асты. Ул уҡыусыларға яңы үрҙәр яулауҙа тырышлыҡ, сәм теләне. Яңы уҡыу йылын белем усағы һөйөнөслө яңылыҡтан башлай. Рәхмәт мәктәбе ҡаҙанлығы газ менән йылытыуға күсереләсәк. Йылытыу миҙгеле башланғанға тиклем ремонт эше тамамланасаҡ.
Мәктәптә бөтәһе 94 уҡыусы белем ала, беренсе класҡа 15 бала килде. Байрамдың хөрмәтле ҡунағы, ауылдаштары, билдәле ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинова Рәхмәт уҡыусыларын тәбрикләне, белем донъяһын арымай-талмай иңләргә саҡырҙы. Уның ҡулынан алдынғы уҡыусылар — 11-се кластан Айза Хамматова менән 4-се кластан Ләйсән Әхмәҙиева премия алды.
Читайте нас: