+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2019, 18:45

Ташбулаттан хәбәрҙәр

Яңы уҡыу йылында Теләш, Бикҡол, Айыуһаҙы, Ташбулат станцияһы һәм Ташбулат ауылдары балаларына белем биргән Ташбулат урта мәктәбе ишектәрен 20 бала тәү тапҡыр асып инде.

Яңы уҡыу йылында Теләш, Бикҡол, Айыуһаҙы, Ташбулат станцияһы һәм Ташбулат ауылдары балаларына белем биргән Ташбулат урта мәктәбе ишектәрен 20 бала тәү тапҡыр асып инде. Күрше-тирә ауылдарҙан уҡыусыларҙы мәктәпкә ваҡытында ташыуҙы тәьмин итеү маҡсатында мәктәпкә булған автобусҡа өҫтәп тағы бер «Газель» автомобиле бирелгән.
— Уҙған уҡыу йылында мәктәпте тамамлаған 17 малай-ҡыҙҙарҙың ун бере юғары, ҡалғандары урта махсус уҡыу йорттарына уҡырға инде, — тип ҡыуаныслы хәбәрҙәре менән асты мәктәп етәксеһе Б. Ш. Зәйтүнов белем көнөнә арналған тантаналы линейканы.
Басир Шайморат улы уҙған уҡыу йылын тик бишле билдәләренә тамамлаған уҡыусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм балаларҙың барыһын да яҡшы уҡырға саҡырып, ошо уҡыу йылы аҙағына отличниктар һанының тағы ла артыуына ышанысын белдерҙе. Әйткәндәй, уҙған уҡыу йылы буйынса Ташбулат мәктәбе район конференцияһында 2019-2020 уҡыу йылына мәктәпте яҡшы әҙерләгән учреждение булараҡ билдәлдәнгән.
Белем байрамы уңайынан уҡыусыларға, уҡытыусыларға, педагогик хеҙмәт ветерандарына, ата-әсәләргә изге теләктәрен район Советы депутаты Рәсүл Шөғүров, ветеран уҡытыусылар исеменән Руслан Әйүпов, ата-әсәләр исеменән Минзәлә Абдуллина ла еткерҙе.
Тантанала ҡатнашыусылар икенсе класс уҡыусыһы Рания Билалованың белем усағына арнап башҡарған дәртле йырын көслө алҡыштар менән оҙатты, беренсегә килгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың мәктәпкә, уҡыуға арнап һөйләгән матур шиғырҙарын тыңланы.
Артабан дәрестәр башланыуын белдереү тәүге ҡыңғырау шылтыраны һәм балалар асыҡ дәрестәргә ашыҡты: башланғыс кластар уҡыусылары өсөн хәүефһеҙлек дәрестәре үтте, етенселәр «кино-дәрес»тә булды. Ә башҡа балалар өсөн Еңеү дәрестәре ойошторолдо.
Читайте нас: