+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь 2019, 17:56

Балалар ваҡытлыса мәсеттә уҡыясаҡ

Тупаҡ ауылының иҫке мәктәп бинаһы яҙҙан уҡ һүтеп алынды, ә яңы мәктәпте төҙөүселәр 1 сентябргә өлгөртә алманы.

Тупаҡ ауылының иҫке мәктәп бинаһы яҙҙан уҡ һүтеп алынды, ә яңы мәктәпте төҙөүселәр 1 сентябргә өлгөртә алманы. Мәктәпте тиҙерәк сафҡа индереү маҡсатында төҙөүселәргә уҡытыусылар, балалар баҡсаһы коллективы, өлкән кластар уҡыусылары август айы буйына төрлө эштәрҙә бар хәлдәренсә ярҙам итте. Артабан да был тәңгәлдә ярҙам итергә әҙер бөтәһе лә.
Мәктәп булмаһа ла Тупаҡ балалары өсөн Белем көнө байрамын матур, иҫтәлекле итеп ойоштороуға бар көсөн һалды уҡытыусылар коллективы.
Байрамса кейенгән, ҡулдарына аллы-гөллө сәскәләр тотҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар клуб алдына йыйылды. Белем көнө уңайынан балаларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы район хакимиәте исеменән Баязит Ғиниәтов ҡотланы һәм изге теләктәрен юлланы.
Уҙған уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса иң әүҙем мәктәп тип табылған коллектив яңы уҡыу йылында ла һынатмаҫ, тип ышанабыҙ. Мәктәп файҙаланыуға тапшгырылғансы, берәүҙәр клубта, икенселәр мәсеттә белем аласаҡ.
Читайте нас: